Мәсетле тормошо
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
22 Август 2020, 11:00

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт флагы көнө

22 август илебеҙҙә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт флагы көнө билдәләнә. Был 1991 йылда Мәскәүҙә Аҡ йорт өҫтөндә беренсе тапҡыр рәсми рәүештә, дәүләт символы булып торған ураҡ һәм сүкеш менән ҡыҙыл байраҡты алмаштырған, өс төҫлө Рәсәй флагы күтәрелә. Был ваҡиғанан һуң өс йыл үткәс Рәсәй Президенты Дәүләт флагы көнөн байрам итеү тураһында Указға ҡул ҡуя.

Дәүләт флагы тигеҙ ҙурлыҡтағы өс горизонталь буйҙан (өҫтәгеһе – аҡ, уртансыһы – күк һәм аҫтағыһы ҡыҙыл төҫтә) торған тура мөйөшлө туҡыманан ғибәрәт. Киңлегенең буйына нисбәте 2:3.
1994 йылдың 20 авгусында Президент Борис Ельцин тарафынан раҫланған “Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнө тураһында”ғы Указ буйынса, флаг көнө 22 августа үткәрелә.
Рәсәй триколоры тарихы 310 йылдан ашыу ваҡыт менән иҫәпләнә. Уға нигеҙ һалыусы тип 1705 йылдың 31 ғинуарында Указ сығарған Петр I танылған. Документҡа ярашлы, төрлө сауҙа судноларында аҡ-зәңгәр-ҡыҙыл төҫтәге флаг күтәрергә тейештәр. Туҡыманың өлгөһөн Петр I үҙе төшөргән, горизонталь һыҙаттарҙың тәртибен билдәләгән.
Әле башлыса (рәсми түгел) Рәсәй флагы төҫтәре ошолай аңлатыла: аҡ – тыныслыҡ, таҙалыҡ, намыҫ һәм камиллыҡты, күк – тоғролоҡ һәм тотороҡлолоҡто, ҡыҙыл көс-ҡеүәтте, Ватан өсөн ҡойолған ҡанды сағылдыра.
Дәүләт флагын Федераль Конституция законын боҙоп ҡулланған, шулай уҡ уны мыҫҡыл иткән өсөн, Рәсәйҙең закондар йыйылмаһына ярашлы, яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралған.
Хәҙерге триколор халҡыбыҙҙың ысын символына әйләнде. Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге үткәргән ғилми тикшеренеү беҙҙәге һәр икенсе кешенең дәүләт флагын көндәлек тормошта ҡулланырға әҙер икәнлеген күр-һәткән. Социологтар асыҡлауынса, триколорҙы өйөнә элеп ҡуйырға, шулай уҡ ул төшөрөлгән кейем кейергә теләүселәр йыл һайын арта. Дәүләт флагы көнөндә бөтә ил буйынса байрам саралары үткәрелә.