Мәсетле тормошо
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
8 Август 2020, 11:00

Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух

Бөгөн – Физкультурниктар көнөЙәйҙең һуңғы айының икенсе шәмбеһендә Физкультурниктар көнөн билдәләү ғәҙәткә ингән. Был байрам илдә спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүешен популяр итеү маҡсатында ойошторолған.

Беҙҙең районда спортка битараф булмаған кешеләр күп. Шуларҙың береһе – Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Гөлназ Муллағәлиева. Ул 12 йыл инде Башҡорт гимназияһында эшләй.
– Минең өсөн уҡытыусы һөнәре һәр саҡ хөрмәтле һәм маҡтаулы булды. Спортҡа һөйөү уятҡан уҡытыусыларымды ҙур хөрмәт менән иҫкә алам, – ти Гөлназ Рәүеф ҡыҙы.
Бәләкәйҙән үк үҙенең физкультура уҡытыусыһы булырын күҙаллай. Мәктәптә уҡығанда гимнастика, еңел атлетика менән шөғөлләнә, класс, мәктәп, район кимәлендә уҙғарылған ярыштар- ҙа ҡатнаша.
Мәктәпте тамамлағас, тормошон спорт менән бәйләп, мәктәп уҡыусыларын уның менән ҡыҙыҡһындырыуҙы, физкультура менән шөғөлләнеүҙе көндәлек маҡсат итә.
Өфө дәүләт педагогия колледжының физик культура бүлеген тамамлағандан һуң, Гөлназ Муллағәлиева балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын ситтән тороп тамамлай. Уҡып бөткәс, Оло Ыҡтамаҡ ауылына килеп, Башҡорт гимназияһында эш башлай.
Бөгөн ул юғары категориялы физкультура уҡытыусыһы. Уның уҡыусылары волейбол, еңел атлетика, ҡаҡма туп уйындарының район һәм зональ ярыштарында әүҙем ҡатнаша. Үҙе лә саңғы, йөҙөү, волейбол ярыштарынан, еңел атлетика эстафеталарынан ситтә ҡалмай.
Гөлназ Муллағәлиева Бөтә Рәсәй ГТО физкультура-спорт комплексының отличие билдәһенә эйә.
Ата-әсәләргә физкультура инструкторынан туғыҙ кәңәш
1-се кәңәш. Баланың физик күнекмәләргә булған ҡыҙыҡһыныуын һүрелтмәгеҙ, үҙегеҙҙең һанға һуҡмауығыҙҙы күрһәтмәгеҙ.
Был осраҡта ололарҙың балаға үрнәк булыуы мөһим. Һеҙҙең спортҡа бул-ған мөнәсәбәтегеҙ, баланың да уға ҡарашын тәрбиәләй. Ғәҙәттә баланы һәр саҡ тыялар: йүгермә, һикермә, шаулама. Был уның ихтыяжын иҙеү, үҙ-үҙен баһалауға һәм үҙ аллы үҫешенә ҡамасаулыҡ итә. “Ни өсөн иртәнге күнекмәләрҙе эшләмәйһең? Ни өсөн телевизор алдында оҙаҡ ултыраһың? Ни өсөн йоҡларға һуң ятаһың?” – былар барыһы ла бала өсөн буш һүҙ. Ата-әсәләр балаһының ихтыяждарын һәм мөмкинселектәрен иҫәпкә алырға тейеш.
2-се кәңәш. Үҙеңде баһалау – балаға һәр эш төрөн башҡарыу, өйгә эшме йә иртәнге күнекмә яһаумы, был ҡеүәтле стимул. Уның һәр тырышлығын ыңғай билдәләһәгеҙ, һөҙөмтәлә ул күберәк тырышасаҡ. Физик күнекмәләр ваҡытында ата-әсәләрҙең талаптары бер булып (әсәһе: “етәр, йүгермә”, атаһы: “тағы биш минут”, тимәй), берҙәм булыу мөһим. Әгәр ололар һәр береһе үҙенсә өй-рәтһә, баланың спортҡа ҡарата ыңғай ҡарашы булмаясаҡ.
3-сө кәңәш. Күнегеүҙәр ваҡытында балағыҙҙың тәртибен һәм хәл торошон күҙәтегеҙ. Ҡайһы ваҡыт ата-әсәләр баланың ябай ғына эштәрҙе башҡармайынса көйһөҙләнеүен аңламай. Уның сәбәбе – арыу йә берәй икенсе теләге булыуы (мәҫәлән, тиҙерәк күнекмәләрҙе тамамлап, телевизорҙан ҡыҙыҡлы тапшырыу ҡарау). Уның был ҡылыҡтарын аңларға тырышығыҙ. Бала менән күңел бәйләнешен булдырыу өсөн ваҡытығыҙҙы йәлләмәгеҙ.
4-се кәңәш. Әгәр бала ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында күнекмәләр яһар-ға йә дауам итергә теләмәй икән, уны мәжбүр итергә ярамай. Тәүҙә сәбәбен асыҡларға, уны бөтөрөргә һәм дауам итергә.
5-се кәңәш. Баланы уңышһыҙлыҡтары өсөн әрләмәгеҙ. Ул үҙенә таныш булмаған донъяға тәүге аҙымдарын яһай, шуға ла уны көсһөҙ һәм булдыҡһыҙ тип иҫәпләүселәрҙең һүҙен ауыр кисерә. Был бигерәк тә ололар-ҙың нисек итеп баланың тойғоларын, уй-теләктәрен хөрмәт итеүҙәрен белдерә алмағанда килеп сыға.
6-сы кәңәш. Физик күнекмәләр һайлағанда баланың шәхси өҫтөнлөктәрен иҫәпкә алыу мөһим. Бөтә балаларға ла әүҙем уйындар оҡшай, әммә бының киреһе лә булыуы мөмкин. Мәҫәлән, бала үҙенең яратҡан китап йә кинофильм геройына оҡшарға тырыша, тик уның көсө етмәй. Ул гантелдәр һатып алырға һораһа, аптырап ҡалмаҫҡа, ҡыҙыҡһынып, дәртләндереү кәрәк.
7-се кәңәш. Физик күнекмәләр йыйылмаһын йыш алмаштырыу кәрәкмәй. Бала үҙенә оҡшаған күнекмәләрҙе оҙағыраҡ ҡулланһа ла зарар юҡ, киреһенсә, ҡайһы бер хәрәкәттәрҙе яҡшыраҡ башҡарасаҡ.
8-се кәңәш. Физик күнегеүҙәрҙе башҡарыу культураһын күҙ уңында тотоу мотлаҡ. Илке-һалҡы ғына түгел, ә еренә еткереп эшләү яҡшы.
9-сы кәңәш. Йәште иҫәпкә алып, артыҡ күнегеүҙәр йөкләмәҫкә. Әгәр теләге юҡ икән, мәжбүр итмәҫкә. Балаға үрнәк күрһәтеп, үҙегеҙҙең миҫалығыҙҙа тәрбиәләгеҙ.
Асыҡ сығанаҡтарҙан.