Мәсетле тормошо
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
20 Июль 2020, 14:20

Шахмат – уның бар булмышы

Заманса календарҙа байрамдар бик күп. Берәүҙәре айырым илдәрҙә билдәләнһә, икенселәре Халыҡ-ара байрам булып үтә.

Һиндостанда V быуатта килеп сыҡҡан шахмат уйыны тәүҙә Испания, Сицилия, Италия, Англия һәм Франция илдәрен яулай, ә һуңынан бөтә ер шарына киң тарала. Бөтә донъя шахмат көнө булып 1966 йылда ғына булдырыла. Интеллектуаль уйын яратыусылар һәм математикаға һәләтле кешеләр йыл һайын 20 июлдә, шахматсылар ойошмаһы барлыҡҡа килгәндән бирле, был көндө билдәләй.
Беҙҙең районда ла шахмат уйынын яратҡан, ярыштарҙа лайыҡлы урындар алған кешеләр күп. Шуларҙың береһе – Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең шахмат буйынса тренеры Лиана Кәримова. Шахмат уның өсөн уйын ғына түгел, ә яратҡан шөғөлө, эше, бар булмышы.
Лиана тыумышы менән Асҡын районынан. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының филология факультетын тамамлағас, Абдулла ауылы мәктәбендә эшләй. Һөләймән ауылы егетенә кейәүгә сығып, иренең тыуған төйәгенә күсеп килә.
– Шахматта бәләкәйҙән уйнайым, сөнки был минең ғаиләмдең – әсәйем, атайым, ҡус-тымдың да яратҡан спорт төрө. Атай-әсәйем һаман да ярыштарҙа ҡатнашып йөрөй, – ти ул. – Мәктәптә уҡыған саҡта тарих фәне уҡытыу-сыһы Әлфарис Йыһаншин етәкселегендә шөғөлләндем. Беренсе тапҡыр ярышта еңеү яулауым бишенсе класта уҡығанда булды.
Шахматсының тренерлыҡ эше өс йыл элек кенә башланһа ла, тәрбиәләнеүселәре Фидан Хафизов, Зилиә Дәүләтшина, Илназ Абдуллин һәм Инсаф Шафиҡов яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеп, ярыштарҙа призлы урындар алып киләләр. Быйылғы район шахмат турнирында Лиана Рүсил ҡыҙы еңеп сыҡты, ә зональ ярышта икенсе урын яуланы.
Тренерҙың әйтеүе буйынса, шахмат уйыны күп файҙа килтерә – балалар төплө уйларға, иғтибарлы булырға, оҙаҡ ваҡыт бер урында ултырырға, тәртипкә өйрәнә. Был уларҙың уҡыуҙарына ла яҡшы тәьҫир итә.