Мәсетле тормошо
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
12 Июль 2020, 12:00

Балыҡ, ҡап!

Эх, алһыуланып таң һыҙылып килгәндә, ҡармаҡсыбыҡ тотоп, яр буйында ултырыу ҡайһылай күңелле!

Яйлап ҡына ҡояш ҡалҡа, тирәктәрҙә һандуғастар һыҙҙыра, һәм … туҡта, ҡапты, ҡапты. Бер аҙ мәшәҡәтләнгәндән һуң балыҡсының ҡулында матур ғына балыҡ ялтырай. Балыҡтың ҙурлығы мөһим түгел – балыҡ тотоу ҡомары уянды балыҡсыла. Был шөғөл үҙенә күрә бер ял итеү сараһы ла, ярыш төрө лә. Ә яңы тотолған балыҡтан әҙерләнгән ризыҡ телеңде йоторлоҡ.
Район үҙәгендә йәшәүсе Игорь Калачев үҙенең тормошон балыҡ ҡаптырыуҙан баш-ҡа күҙ алдына ла килтермәй. Сәмле балыҡсы балыҡ ҡармаҡларға биш йәшенән үк йөрөй. Был шөғөл атаһына эйәреп йөрөгән малайҙың ғәҙәтенә инеп китә.
Урындағы Әй һәм Ыҡ йыл-ғаларында балыҡ ҡаптыра, күрше райондарға ла сығып китә.
– Беҙҙең йылғаларҙа эре балыҡ юҡ, әммә күп төрлө: ҡорман, һаҙан, ажау, ташбаш. 12 килограмлыҡ һаҙан балығы, 5 килограмлыҡ суртан менән маҡтана алам, – ти балыҡсы.
Игорь балыҡ тотоу серҙәре менән уртаҡлашты. Баҡтиһәң, балыҡтарҙы борсаҡ менән һыйлай икән. Уның көнө ҡояш ҡалҡыу менән башлана. Алдан балыҡтар өсөн бутҡа әҙерләй, аҙаҡ инде әҙер емен үҙе генә белгән урынға алып барып һала. Иртәле-кисле, көнөнә ике тапҡыр.
Тотҡан табышын төрлөсә ҡуллана, ата-әсәһен һыйлай, дуҫтарына өләшә. Ғаиләһе өсөн балыҡтан ризыҡтар үҙе әҙерләй. Ә иң яратҡаны – йәшелсәләр менән мейестә быҡтырылған балыҡ. Шулай уҡ, ихатаға сығып, күмерҙә лә әҙерләй.
Ҡатыны Светлана иренең шөғөлөнә аңлап ҡарай, был ирҙәр эше, тип иҫәпләй.
– Беҙҙең ике улыбыҙ үҫә, улар ҙа балыҡ ҡаптырырға ярата. Мин уларҙың был ҡыҙыҡһыныуҙарына ҡаршы түгел, һәр кемдең күңеленә ятҡан яратҡан шөғөлө булыр-ға тейеш, – ти Игорь.