Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ижадты һәм спортты үҙ иткән ғаилә

8 июль – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө

Беҙҙең районда тормошта үҙ урынын тапҡан, сәләмәт тормош алып барған, донъяһын матур, нурлы иткән, үҙ көсөнә, хеҙмәткә таянып йәшәгән ғаиләләр бик күп.
Бөтә ошо сифаттарға Яңы Мишәр ауылынан Лидия һәм Илнур Мофазаловтар ғаиләһе эйә. 20 йылға яҡын бергә йәшәп, улар бер-береһен аңларға һәм яҡларға өйрәнгән.
Лидия Ишбулды ҡыҙы Ҡырмыҫҡалы училищеһында бухгалтер һөнәрен үҙләштерә. Һатыусы булып эш башлай һәм бына инде 15 йылдан ашыу магазинда ауылдаштарын йылмайып ҡаршылай, уларға кәрәкле тауар һатып алырға ярҙам итә. Яратҡан шөғөлдәренең береһе итеп ул сәскә, йәшелсә, емеш-еләк үҫтереүҙе билдәләй. Шулай уҡ велосипедта йөрөргә, тыуған яғының тәбиғәтен фотоға төшөрөргә ярата.
Илнур Хөсәйен улы Мәсәғүт педагогия училищеһын, артабан ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалын тамамлай. 2006 йылдан Яңы Мишәр мәктәбендә физкультура дәрестәрен, саңғы, волейбол түңәрәктәрен алып бара. Ул да – ижади кеше. Ауыл мәҙәниәт йорто ҡарамағындағы драма коллективы составына инә. Ул төп ролде уйнаған Флорид Бүләковтың “Эй, күгәрсенкәйҙәрем” спектакле Театр йылына арналған район конкурсы лауреаты була.
Мофазаловтар ауыл биләмәһенең йәмәғәт тормошонда ла әүҙемлек күр-һәтә, сараларҙы ойоштороуҙа ярҙам күрһәтеүҙән һәм уларҙа ҡатнашыуҙан баш тартмай.
Ғаиләлә мөхәббәттә һәм татыулыҡта өс ҡыҙ тәрбиәләнә. Бында барыһы ла балалар мәнфәғәтендә башҡарыла, уларҙы уҡытыу, республикабыҙға, илебеҙгә кәрәкле кеше, һөнәр эйәһе итеп үҫтереү бурысы алға ҡуйыла. Ғаилә ҡиммәттәренә ныҡлы иғтибар бүленә. Үҙ сиратында балалар ата-әсәһе йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Өлкән ҡыҙҙары Гөлназ, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы Башҡорт гимназия-интернатын тик “биш”ле билдәләренә тамамлағандан һуң, уҡыуын БДПУ-ның хоҡуҡ һәм хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге факультетында дауам итә. Юрист булырға хыяллана. Мәктәп йылдарындағы кеүек үк, йүгереү буйынса ярыштарҙа һәм марафондарҙа ҡатнаша, бик күп миҙалдарға эйә. Наҙгөл дә Яңы Мишәр мәктәбен тик “биш”кә тамамлаған, бөгөн берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнә. Ул һәр ваҡыт мәктәптә үткән барлыҡ мәҙәни һәм ижади саралар уртаһында ҡайнай: байрамдарға үҙе сценарийҙар яҙа һәм уларҙы алып бара, бейеүҙәр һала, йырлай. Иң бәләкәйе Гөлдәр етенсе класҡа күскән. Апалары кеүек үк, бик тырыш, төрлө олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша, һүрәт төшөрөргә ярата.
Мофазаловтар кеүек илһөйәр, рухлы ғаиләләр – милләтебеҙҙең, дәүләтебеҙҙең ныҡлы нигеҙе, ышаныслы терәге.
Айгөл ШАРАПОВА.