Был иҫтәлекле көндә Мәсетле районындағы хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһы Еңеү паркында урынлаштырылған төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға арналған һәйкәлгә сәскәләр һаласаҡ. Сара хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға юбилей миҙалдары тапшырыу менән дауам итәсәк.
2001-2002 йылдарҙа Чечен Республикаһында икенсе компанияла хеҙмәт иткән Мәсетле районы эске эштәр бүлеге ветераны Юлай Хәйретдинов хәтирәләре менән уртаҡлаша.
Юлай Шәмсетдин улын Чечняға Эске эштәр министрлығы отряды составында хеҙмәт командировкаһына ебәрәләр. Ул Баш-ҡортостандың 350 милиционеры менән бергә хәүефле командировкаға юллана. Урус-Мартан ҡалаһында улар милицияның ваҡытлыса бүлексәһен етәкләй. Чечнялағы һуғыш ваҡытында Урус-Мартан районы республикала иң хәүефле участкаларҙың береһе була. Юлай Хәйретдиновты оператив бүлекте оҙатып йөрөүсе махсус төркөмгә зенит ҡоролмаһы водителе итеп ҡуялар. Был төркөм шулай уҡ Төньяҡ Осетиянан килгән йөктәр-ҙе, аҙыҡ-түлекте, хәрби припастарҙы оҙатып йөрөй.
– Операцияға йыш сыҡтыҡ. Беҙ бөтөнләй йоҡламаныҡ тиерлек, көндөҙ ҙә, төнөн дә ваҡиға урындарына сыҡтыҡ. Махсус заданиелар була торғайны, улар бөгөн дә күҙ алдында тора. Ошондай заданиеларҙың береһендә Бәләбәйҙән подполковник Баяндың автомобиленә боевиктар атты һәм ул һәләк булды. Икенсе осраҡ даими армия менән сыҡҡан саҡта булды. Бер ваҡыт тревога буйынса Аргун тарлауығына сыҡтыҡ. Унда өс көн булдыҡ. Кире ҡайтып килгәндә 17 йәшлек террорист ҡыҙ генерал-майор Гаджиевты ситкә саҡырып алды һәм, шартлатҡысты эшләтеп, үҙен генерал-майор менән бергә шартлатты, – тип хәтерләй Юлай Шәмсетдин улы.
Чечен Республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан өсөн Юлай Хәйретдиновҡа “Намыҫлы хеҙмәт өсөн” миҙалы тапшыралар. Районға әйләнеп ҡайтҡас, ул Мәсетле районы эске эштәр бүлегендә водитель булып артабан хеҙмәт итә. 2009 йылда хаҡлы ялға сыға. Әммә ул эшһеҙ ултырып өйрәнмәгән – бөгөн Пенсия фондында водитель булып эшләй.
Ғаиләһе лә күркәм беҙҙең геройыбыҙҙың. Ҡатыны Фәүзиә Наил ҡыҙы менән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары Лиана Урал дәүләт техник университетын тамамлап, инженер булып эшләй. Улдары Руслан – риэлтор агентлығы хеҙмәткәре.
Бөгөн Юлай Шәмсетдин улы ейәне менән ейәнсәренә ҡарап һөйөнә, ә улары олаталарында ҡунаҡ булырға бик тә ярата.
Белешмә: Хәрби комиссариат биргән мәғлүмәттәр буйынса, Афғанстанда, Чечняла, Тажикстанда, Грузияла һәм Сирияла Ватаныбыҙ мәнфәғәттәрендә хәрби хеҙмәт юлы үткән 227 хәрби хәрәкәттәр ветераны йәшәй Мәсетле районында. Афғанстанда хеҙмәт иткәндә Ләмәҙтамаҡтан рядовой Раян Ғәзизовтың, Оло Ҡыҙылбай-ҙан прапорщик Салауат Ғимазиевтың, Оло Ыҡтамаҡтан рядовой Рафаэль Хәйерзамановтың ғүмерҙәре өҙөлдө. Яңы Мөслимдән Ришат Хәйруллин менән Түбәнге Бобиндан Владимир Ежов Чечня ерендә һәләк булдылар. Беҙҙең бурыс – үлемдең йөҙөнә ҡараған һәм илебеҙ халҡының тыныслығы хаҡына үлемгә ҡаршы барған яҡташтарыбыҙҙың батырлыҡтарын онотмау.