Бөтә яңылыҡтар

1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө

Балаларҙың көлөшкәненИшетһен Ер, тыңлаһын Ер!Балаларҙың көлөүенәнБер саҡта ла тынмаһын Ер!

Халыҡ-ара балалар көнө – боронғо байрамдарҙың береһе һанала. Уны үткәреү тураһындағы ҡарар 1925 йылда Женева ҡалаһында балалар именлеге мәсьәләләренә арналған Бөтә донъя конференцияһында ҡабул ителгән. Балалар һаулығын һәм именлеген яҡлау проблемалары бик актуаль булған ваҡытта, Икенсе донъя һуғышынан һуң, Парижда 1949 йылда ҡатын-ҡыҙҙар конгресы үтә, унда ҡатнашыусылар балаларҙың берҙән-бер бәхет гарантияһы донъяла тыныслыҡ булдырыу тураһында ант бирә. Унан һуң бер йыл үткәс, йәғни 1950 йылдың 1 июнендә беренсе тапҡыр Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө үткәрелә һәм ул йыл да ойошторола башлай.
***
Балам, балам, бал ғынам,
Шыйыҡ ҡына тал ғынам,
Бөтмәҫ мәшәҡәтең менән
Миңә барыбер ял ғынам.
Балам, һин балан ғынам,
Хуш еҫле ялан ғынам.
Илаһаң – ярам ғынам,
Көлгәндә - дауам ғынам.
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА