Мәсетле тормошо
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Әҙер бул – һәр ваҡыт әҙер!

Пионерға ҡабул итеү һәр совет осоро балаһы өсөн иң почетлы һәм тулҡынландырғыс мәл була торғайны. Һәр октябрят уға ҡыҙыл галстук тағыуҙарын һәм пионер йыйындарын, усаҡ янында йырлап ултырыу-ҙарҙы, зарница уйынын, тимурсылар эшен, пионер лагерҙарына барыуҙы, стена гәзиттәре сығарыуҙы, макулатура һәм металл һыныҡтары йыйыуҙы түҙемһеҙләнеп көттө.

Бөгөн дә пионер ойошмалары үҙ эшен дауам итә, бары икенсе исем аҫтында. Башҡортостан пионерҙары һәм Рәсәй уҡыусылар хәрәкәте эшмәкәрлеге күптәргә билдәле. Улар – бөгөнгө октябряттар һәм пионерҙар. Үҙҙәренең уставы, эмблемаһы, байрағы бар. Ҡыҙҙар һәм малайҙар макулатура йыйыу менән шөғөлләнә, мәктәп активында ҡатнаша, ирекмәндәр хәрәкәтенә лә пионерҙар әүҙем йәлеп ителә. Районыбыҙҙан ике уҡыу-сы Башҡортостан Республикаһының Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте советы сос-тавына инә. Улар “Изгелек көнө”, “Мәктәпкә рюкзак йый”, “Хәтер шәме”, “Еңеү тәҙрәләре” кеүек акциялар-ҙы уҙғарыуҙа әүҙем ҡатнашты.
Пионервожатыйҙар пионерия үҫешенә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индерә. Яңы Яуыштан Гөлнур Вәғиз ҡыҙы Ғүмәрова бына инде 20 йылдан ашыу пионервожатый булып эшләй.
– Мин ҡасандыр ғорурлыҡ менән пионер галстугы һәм күкрәгендә йондоҙ йөрөтөүселәр иҫәбенә инәм, – ти Гөлнур Вәғиз ҡыҙы. – Пионерға инер алдынан нисек ант ятлағанды бөгөнгөләй хәтерләйем. Уны әле лә әйтеп бирә алам.
Мәктәпкә килеү менән Гөлнур Вәғиз ҡыҙы пионервожатый булып эшләй башлай. Был эш ҡыҙыҡлы, яуап-лы, ижади ла. Ул балаларҙы иң мөһим сифаттарға: ололарҙы хөрмәт итергә, тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашҡа өйрәтә, эшкә һөйөү тәрбиәләй.
– Уйындар ойоштороу, саралар уҙғарыу күптәргә еңел генә кеүек тойолалыр, әммә был эштең дә үҙ ҡатмарлыҡтары бар, – ти ул. – Ҡыҙҙарҙы һәм малайҙар-ҙы ҡыҙыҡһындырыу өсөн мин махсус әҙәбиәт ҡулланам, фантазия ла кәрәк, ҡай-һы ваҡыт хатта психолог була белеү ҙә мөһим. Беҙ төрлө йәштәге балаларҙы төрлө йүнәлештәрҙәге эш аша ижади һәләттәрен, мөмкинлектәрен асыу өсөн берләштерәбеҙ.
Концерттарҙа ҡатнашыу, һуғыш ветерандарын һәм тыл хеҙмәтсәндәрен, хаҡлы ялдағы уҡытыусыларҙы ҡотлау, макулатура һәм дарыу үләндәре йыйыу – был һәм башҡа бик күп яуаплы бурыстар йөкмәтелгән Яңы Яуыш мәктәбе пионерҙарына. Тыуған яғыбыҙҙың иҫтәлекле урындары буйлап походтарҙы уҡыусылар түҙем-һеҙлек менән көтөп ала, һуңынан оҙаҡ хәтирәләре менән уртаҡлашалар.
Гөлнур Вәғиз ҡыҙы – абруйлы хеҙмәткәр һәм уҡыу-сыларының яратҡан уҡытыусыһы. Коллегалары уны асыҡ күңелле һәм ярҙамға әҙер кеше булараҡ баһалай. Уҡыусылары төрлө саралар-ҙа һәм конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Күптәре призлы урындар яулай. Гөлнур Ғүмәрованың тырыш һәм яҡшы хеҙмәте рәхмәт хаттары һәм грамоталар менән билдәләнгән.