Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
29 Апрель 2020, 16:00

Камиллыҡа юл

Бейеү – быуаттар дауамында күп үҙгәрештәр кисергән боронғо сәнғәт төрө. 29 апрелдә хореография сән-ғәтен үҙ итеүселәр Халыҡ-ара бейеү көнөн билдәләне.

“Өлгөр” ансамбленең яңы составы.
Бына инде ун биш йыл районыбыҙҙа Балалар сәнғәт мәктәбенең “Өлгөр” өлгөлө балалар ансамбле үҙенең сығыштары менән тамашасыларҙы һөйөндөрә. Йәш бейеүселәр балаларса ихласлыҡтары менән генә түгел, ә сәхнәләге яйға һалынған профессиональ эштәре, актер оҫталығы менән хайран итә.
Ансамблде 2005 йылда Башҡортостандың атҡаҙан-ған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсимә Әхмәтйәнова ойоштороп ебәрә. 2009 йылда ул ансамбль яҙмышын һәләтле педагог Зарифйән Ғариповҡа ышанып тапшыра.
– Бөгөн коллективта 24 тәрбиәләнеүсе шөғөлләнә. Ансамбль халыҡ бейеүҙәрен популярлаштырыу өҫтөндә эшләй. Башҡорт, татар, рус халыҡ бейеүҙәренән тыш беҙҙең репертуарҙа сиған, ирланд, марый, украин һәм башҡа милләт бейеүҙәре бар, – тип һөйләй Зарифйән Закирйән улы.
“Өлгөр” республика һәм халыҡ-ара кимәлдәге төрлө бейеү конкурстары, фестивалдәренең даими ҡатнашыусыһы. Бына уларҙың уңыштарын күрһәтеүсе тулы булмаған исемлек : “Байыҡ-2017” республика телевизион конкурсының III дәрәжә лауреаты, “Салауат күпере” төбәк-ара татар халыҡ балалар бейеүе конкурсында гран-при (Свердловск өлкәһенең Арҡай ауылы, 2015 йыл), “Бейеү өйөрмәһендә” бейеү коллективтары зональ фестиваль-конкурсында I дәрәжәләге диплом (Дыуан районының Яраҫтау ауылы), “Алтын майҙан” халыҡ-ара фестиваль-конкурсында I дәрәжәләге диплом (Ҡырым, 2016), “Бейеү сәхнәһе ынйыһы” хореография сәнғәте округ конкурсында II дәрәжәләге диплом.
Ансамблдә бейеү уның ҡайһы бер ҡатнашыусыларының яҙмышындә хәл иткес роль үтәй. “Өлгөр” ансамбле “ҡарлуғасы” – Стәрлетамаҡ сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының хореография бүлеге студенты Диана Закирова педагогына бик рәхмәтле.
– “Өлгөр” ансамблендә шөғөлләнгән ваҡыт – минең тормошомдағы матур бер осор. Яратҡан ансамблемдә үткәргән һәр көндө айырым бер йылылыҡ менән иҫкә алам. Нәҡ ансамблдә бейеп йөрөү һөҙөмтәһендә мин күп кешеләр менән таныштым, илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә булдым, иҫ китмәле күп тәьҫораттар алдым. Бында үҙемде сәхнәлә тоторға, иркен йөрөргә, асыҡ булырға өйрәндем. Ул сифаттар барыһы ла миңә колледжға ингәндә ныҡ ярҙам итте. Ансамбль етәксенән дә уңды – Зарифйән Закирйән улы беҙҙең менән һәр ваҡыт яҡшы мөғәмәлә булды, – ти ул.
Ансамблдең ижади эшмәкәрлеге осоронда бер нисә быуын бейеүселәр алмашынды. Әммә элекке тәрбиәләнеүселәр ҡайҙа ғына булмаһын, нимә менән генә шөғөлләнмәһен, улар бейеүҙе, моңдо тойорға, хеҙмәт итергә һәм дуҫлыҡтың ҡәҙерен белергә өйрәткән коллективтарын яраталар һәм онотмайҙар, төрлө сараларҙа сығыш яһап, районды данлайҙар. Мәҫәлән, “Өлгөр” бейеү ансамбленең элекке сығарылышының бейеү номерҙары “Еңеү салюты” республика халыҡ ижады фестивале һәм “Башҡортостан тарихы биттәре” фестиваль-марафоны программаһына индерелде.
“Өлгөр” коллективы – ул бейергә өйрәткән түңәрәк кенә түгел, ә үҙ-ара аңлашып һәм гармонияла йәшәгән тотош бер ғаилә. Уның етәксеһе – яҡшы дуҫ һәм ышаныслы ярҙамсы.