Оло Ыҡтамаҡ ауыл Советы – майҙаны һәм халыҡ һаны буйынса Мәсетле районында иң ҙуры. Бер нисә ай элек бында башлыҡ итеп Альберт Ғилметдинов һайланды. Көндәлек эшендә уға ниндәй ҡатмарлылыҡтар менән осрашырға тура килә? Ауыл халҡын нимәләр борсой? Уның менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.
– Альберт Марат улы, Һеҙҙең өсөн яңы булған вазифала тәүге эш көндәрегеҙҙе хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ әле. Һеҙ уны шулай күҙ алдына кил-терҙегеҙме һәм тәүҙә нимә иң ҡатмарлыһы булды?
– Ауыл биләмәһе хакимиәте эше миңә был вазифаға аяҡ баҫҡанға тиклем үк таныш ине, сөнки 2013 йылдан башлап Мәсетле районы хакимиәтендә төҙөлөш һәм йәшәйеште тәьмин итеү буйынса баш белгес булып эшләнем. Элекке хеҙмәт урынымда район территорияһында торлаҡ-коммуналь һәм юл хужалығы минең ҡарамаҡта ине. Әммә ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы хәл итергә тейешле өлкә күпкә киңерәк: торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләренән тыш, социаль өлкә, төҙөкләндереү проблемаларын дә хәл итергә кәрәк.
Ҡыйынлыҡтарға килгәндә, башҡа ауыл биләмәләрендәге кеүек бында ла төп проблема – ҙур эш күләмен башҡарып сығыу өсөн финанстарҙың етмәүе. Шуға күрә район хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә тура килә.
– Һеҙгә ышанып тапшы- рылған территорияла ниндәй кешеләр йәшәй? Уларҙың ярҙамын тояһығыҙмы?
– Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһенә Оло Ыҡтамаҡ, Яңы Мөслим, Әжекәй, Салйоғот ауылдары ҡарай. Уларҙың һәр береһендә үҙ ғәҙәттәре һәм холоҡтары формалашҡан кешеләр йәшәй. Эшләй башлағанымдан бирле ошо ауылдарҙың әүҙем ағзалары: старосталар, депутаттар, ҡатын-ҡыҙҙар советтарының ярҙамын тоям. Улар үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша, башҡарырға кәрәкле эштәр тураһында әйтеп ебәрә, ауыл тормошон яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәрен еткерә. Был бик ҡыуаныслы, тимәк, бында ауылдарының һәм районыбыҙҙың яҙмышына битараф булмаған кешеләр йәшәй. Улар биләмәләрҙе төҙөкләндереүҙә һәм ауылдың социаль тормошонда әүҙем ҡатнаша.
– Үҙ эшмәкәрлегегеҙҙә ниндәй өҫтөнлөктәр ҡуяһығыҙ? Яңы эш урынында эште нимәнән башланығыҙ?
– Ауылдарҙа урамдарҙы яҡтыртыу, яңы яҡтылыҡ лампалары ҡуйыу, энергияны һаҡлау, сүп йыйыу һәм сығарыу өсөн яуаплы операторҙар һәм халыҡ менән килешеп, сүп контейнерҙарын урынлаштырыу әлеге мәлдә төп йүнәлештәр булып тора. Ауылдарҙа юлдарҙы ремонтлауға ҙур иғтибар бүленә: иң тәүҙә ремонт талап ителгәндәрен билдәләйбеҙ һәм эш планына индерәбеҙ.
– Киләсәккә пландарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ әле.
– Коллегалар – Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса эштәрҙе дауам итәсәкбеҙ, халыҡ менән берлектә биләмәләрҙе тәртипкә килтерәсәкбеҙ. Алда автомобиль юлдарын ремонтлау, халыҡҡа торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре күр-һәтеү сифатын күтәреү, социаль өлкәлә профилактика, халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса ҙур эштәр тора. Артабан да халыҡ был эштәр- ҙә беҙҙе ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫ тип һәм үҙ-ара аңлашыуға ышанам.
Урындағы үҙидара көнө – халыҡҡа хеҙмәт итеү өсөн һәләтен, көсөн һәм ваҡытын биргән миллионлаған кешеләргә ҡарата хөрмәт күрһәтеү ул.
Был байрам 2013 йылдан башлап йыл һайын 21 апрелдә билдәләнә. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2012 йылдың 10 июнендәге 805-се Указы менән булдырылған. Документҡа ярашлы, яңы дата календарға “урындағы үҙидара институтының ролен һәм әһәмиәтен, демократияны һәм гражданлыҡ йәмғиәтен арттырыу маҡсатында” индерелә.
21 апрель көнө байрам датаһы итеп юҡҡа ғына һайланмаған: 1785 йылдың был көнөндә Екатерина II тарафынан «Ҡалаларға хоҡуҡ грамотаһы» раҫланған. Грамота урындағы үҙидара тураһындағы Рәсәй ҡануниәтенең үҫешенә башланғыс һала.
1993 йылда ҡабул ителгән Рәсәй Конституцияһы урындағы үҙидараның үҙаллылығын нығыта. Уны реформалау һәм үҫтереү бөгөн дә дауам итә һәм бөгөн урындағы үҙидараның төп маҡсаты – халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу.