Был көн календарҙа
17 Апреля 2020, 09:00

Тәжрибә һәм профессионализм

17 апрель – Эске эштәр органдары ветерандары көнө

Эске эштәр органдары һәм эске ғәскәрҙәр ветерандары көнө – сағыштырмаса йәш байрам. Ул РФ эске эштәр министры Рәшит Нурғәлиевтың 2010 йылдың 12 авгусындағы бойороғо менән булдырыла.
Был дата осраҡлы һайланмай: 1991 йылдың 17 апрелендә булдырылған Эске эштәр органдары һәм эске ғәскәрҙәр ветерандары йәмәғәт ойошмаһы төҙөлөүҙең 20 йыллығына тап килтерелә.
Мәсетле районы эске эштәр органдары ветерандары советында 36 хеҙмәткәр иҫәпләнә. Улар барыһы ла хаҡлы ялда. Һәр ҡайһыһы – тиҫтәләгән йылдар райондың хоҡуҡ тәртибе һәм уның кешеләре именлеге һағында торған хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре.
Ясин ауылынан Мәҡсүт Хисамов милицияла 20 йылдан ашыу эшләгән. Әле малай сағынан уҡ ул үҙҙәренең участ- ковыйы Ралит Ғәлимовтың эшенә һоҡлана. Ана шул саҡта үҙе өсөн шундай уҡ һөнәр һайларға һәм ватандаштары тыныслығын һаҡларға ҡарар итә.
Яңы Мишәр мәктәбендә һигеҙенсе класты тамамлағандан һуң, Мәҡсүт Барый улы яҡындағы Дыуан техникумында уҡый, ике йыл Совет Армияһында хеҙмәт итә. Тыуған ауылына атай йортона әйләнеп ҡайтҡандан һуң, хыялын тормошҡа ашырырға ҡарар итә һәм 1980 йылда Татарстандың Елабуга ҡалаһындағы МВД мәктәбенә уҡырға инә.
Һөнәре буйынса тәүге тәжрибәне Күмертау һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында үтә – уҡыуын тамамлағандан һуң шунда ебәрәләр.
1989 йылда Мәҡсүт Хисамовты Мәсетле РОВД-һына күсерәләр, бында ул башта участковый булып эшләй, һуңынан енәйәтселәрҙе эҙләү төркөмө начальнигы итеп ҡуялар.
– Ул саҡта енәйәтселәрҙе эҙләү начальнигы булып эшләгән Ринат Камалов минең өсөн өлгө булды, – ти ул. – Уның ярҙамында мин көн һайын профессионаллегемде арттырырға тырыштым, уның оҫталығы һәм тәжрибәһе мине илһамландырҙы. Хеҙмәтем “хәтәр 90-сы йылдар”ға тура килде. Енәйәттәр һаны артты һәм беҙҙең бүлеккә эш етерлек булды. 1997 йылда 26 баш һыйыр малы урланды. Тикшереү барышында енәйәтселәрҙең Свердловск өлкәһе Оло Тәүрә ауылынан алты кешенән торған төркөм булыуы асыҡланды. Хеҙмәттәштәребеҙ менән уларҙы тоторға сыҡтыҡ. Шик аҫтындағылар ут асты, шулай ҙа беҙ уларҙы тотоп бүлеккә алып килдек.
Шундай хәл дә булды: район ауылдарының береһендә билдәһеҙ ерләү осрағы асыҡланды. Тикшереү уҙғарҙыҡ һәм был урында Свердловск өлкәһенән профессиональ кеше үлтереүсе ерләнеүен асыҡланыҡ.
Батыр хеҙмәте өсөн милиция майоры Хисамов төрлө кимәлдәге почет грамоталары, “Маҡтауға лайыҡ хеҙмәт өсөн”, “Рәсәй МВД-һының Енәйәтсе- ләрҙе эҙләү бүлегенә 100 йыл” миҙалдары, “Милиция отличнигы” күкрәккә тағыла торған билдәһе һәм башҡа наградалар менән бүләкләнә.
Һәр ирҙең төп таянысы һәм ышаныслы тылы – ул уның ҡатыны. Мәҡсүт Барый улы ҡатыны Миңзифа Марат ҡыҙына терәк була белеүе һәм аңлауы өсөн рәхмәтле.
2004 йылда хаҡлы ялға сыға. Әммә пенсияла ла ул әүҙем тормош алып бара: ике тапҡыр ауыл биләмәһе Советы депутаты итеп һайлана, мәктәпкә барып йөрөй, уҡыусылар менән осраша. Тәжрибәле ветеранға коллегалары бөгөн дә йыш ҡына ҡатмарлы эштәрҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә һәм уның профессионаллеге арҡаһында буталсыҡ эштәр фашлана.
Атаһынан үрнәк алып улы Филүс МВД мәктәбен тамамлай. Бөгөн ул Өфө ҡалаһында ЮХХДИ-ның юл-патруль хеҙмәте полкы батальоны начальнигы урынбаҫары булып эшләй.