Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
13 Апрель 2020, 14:00

Устикин егете

12 апрель – Космонавтика көнө

Ҡышҡы кистәрҙең береһендә урамдан йүгереп ингән алты йәшлек Сережа Филиппов ныҡ тәьҫирләнеп: “Тыңлағыҙ әле, мин шиғыр уйлап сығарҙым:
Төнгө күктә йондоҙҙар емелдәй,
Тоноҡ ҡына яна алыҫта.
Космонавт булып ракетала
Осоп китәһе ине шунда!” – тип һөрәнләй.
Ул Ерҙең тәүге яһалма юлдашын осорған 1957 йыл ине. Туғанымдың бик тә ерҙең тартыу көсөн еңгән беренсе кеше булғыһы килде, һәм ул Юрий Гагариндың үҙенән алда өлгөргәнен ишеткәс, ныҡ ҡайғырҙы. Сережаның космонавт булыу хыялы тормошҡа ашманы, әммә уның бөтөн ғүмере физика һәм космос менән бәйле булып сыҡты.
Ябай Устикин егете инженер-программист булып, Златоуст ҡалаһында “Буран” йыһан карабы өсөн “бәләкәй деталь” әҙерләгән конструктор бүлегенә етәкселек итте. Деталде һынау Днепропетровск ҡалаһының “Южмаш” заводында үтте, яуаплы мәлдәрҙә был ҡалала ул айҙар буйы йәшәне.
Шулай уҡ “ябай” булдымы икән ул малай бала сағында? Уның йәнәшендәге ололар Сережаның бик иртә кешелек йәшәйешендәге барлыҡ өлкәләрҙә лә ғәҙәттән тыш һәләтле булыуын шәйләне. Беренсе кластан уҡ ул планерҙар, самолеттар, ракеталарҙың эшләүсе моделдәрен төҙөү менән мауыҡты һәм бының менән мәктәп йылдары дауамында ҡыҙыҡһынып шөғөлләнде.
Дүртенсе класта ул ағас менән эшләй торған токарь станогын үҙе ҡорҙо һәм бөтә күрше-күләнде үҙ ҡулдары менән эшләгән уҡлауҙар, төйгөстәр, орсоҡтар менән ҡыуандырҙы, шул уҡ ваҡытта балсыҡтан көршәктәр яһарға өйрәнде.
Бишенсе класта уҡығанда өләсәһе Зинова Фекла Федоровнаның үтенесе буйынса кәзәләр өсөн ысын ҡышҡы аҙбар төҙөнө. Таныштар малайҙың нисек барыһын да дөрөҫ итеп үлсәп, барыһын да тура килтереп, асамайҙар ҡуя алыуына, “ишектәр ҙә ябыла” тип хайран ҡалды. Шул уҡ йәшендә үҙ аллы ноталарҙы, баянда, гитарала, мандолинала, фортепианола уйнарға өйрәнде, теләһә ҡайһы музыка ҡоралын тиҙ үҙләштерҙе, уларҙы еңел генә көйләй ине.
Етенсе кластан үҙе электрогитаралар эшләй башланы (ул саҡта улар магазинда юҡ ине), бирелеп китеп тауыш көсәйткестәр һәм радиоалғыстарҙы йый-ҙы, мәктәптә тәүге вокаль-инструменталь ансамбль төҙөнө; профессионалдарса мотоцикл йүнәтеп алып, үҙе шунда әллә ниндәй трюктар яһап йөрөй тор-ғайны.
Ғөмүмән, цирк номерҙарына әүәҫ булды ул: арҡан буйлап йөрөргә, күп кенә предметтар менән жонглерлыҡ итергә өйрәнде, Лайка исемле этен төрлө күнекмәләргә уңышлы өйрәтте, дуҫы Радик Ғатауллин менән “көс акробатикаһы” жанрында сәхнәлә сығыш яһаны. Сережа арҡаһында беҙ, Мәктәп урамы балалары, оҙон ағас аяҡтарҙа йөрөргә өйрәндек, уның яҙғы гөрләүектә төҙөгән электр станцияһының нисек эшләгәнен күрҙек; һоҡлана-һоҡлана уның үҙе уйлап сығарып эшләгән аэросаналарында йөрөнөк.
Мәҡәләмдең башына әйләнеп ҡайтып, бәләкәй малайҙа космосҡа осоу тураһындағы хыял ҡайҙан барлыҡҡа килде икән, тип уйлайым. Эш шунда, атайыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышында самолеттар техник-механигы булараҡ ҡатнаша. Бына уның наградлау ҡағыҙынан өҙөк: “… наградить младшего сержанта технической службы Филиппова Михаила Сергеевича медалью “За боевые заслуги”. За время пребывания на фронте Отечественной войны показал себя энергичным, дисциплинированным и способным мастером. Обслужил 427 боевых самолетовылетов без единого отказа спецоборудования по его вине. Кроме этого, произвел текущий ремонт 97 приборам и оборудовал семь кабин Ф-1. Принимал участие в восстановлении 11 самолетов…”
Атайыбыҙҙы фронтҡа Оло Ыҡтамаҡтан 1943 йылдың көҙөндә 17 йәшлек егет сағында алалар, ул тик ете йылдан һуң ғына демобилизациялана. Йәш үҫмер сағы ҡанатлы машиналар тирәһендә үтә, һәм беҙ, уның биш балаһы, атайыбыҙҙың шул саҡтар тураһындағы хәтирәләрен тыңлап үҫтек. Ул: “Командир-ҙар беҙҙе, йәштәрҙе, һаҡланы, һәм беҙ быны һиҙә инек”, – ти торғайны. Бына ул – кешелек аҡылы, сөнки уларҙан тыу-ған быуын космосты үҙләштерҙе!
Сергей Михайлович тыуған ауылы күге аҫтында ерләнгән, һәм бәләкәй сағынан үҙ иткән йондоҙҙары элеккесә уға үҙҙәренең тылсымлы яҡтыһын бүләк итә.
Ольга Шарко,
Оло Ыҡтамаҡ ауылы.
Белешмә
“Буран” – совет орбита карабы – күп тапҡыр ҡулланылыусы транспорт космик системаһы ракетопланы. "Буран" түбәндәгеләр өсөн тәғәйенләнгән була:
космос аппараттарын, космонавтарҙы һәм йөктәрҙе орбитаға сығарыу, улар-ҙы хеҙмәтләндереү һәм кире Ергә алып ҡайтыу өсөн;
билдәле һәм яңы физик принциптарҙағы ҡоралдарҙы файҙаланып хәрби-ҡулланма тикшеренеүҙәр уҙғарыу өсөн;
халыҡ хужалығы һәм фән мәнфәғәттәрендәге бурыстарҙы хәл итеү өсөн.
“Буран” космосҡа тәүге һәм берҙән-бер осошон автомат режимында экипажһыҙ 1988 йылдың 15 ноябрендә яһаны. Осош 205 минут дауам итте, Ер тирәләй ике әйләнеп, Байконур космодромының “Юбилейный” аэродромына уңышлы ултырҙы. “Буран”дың 100 осошҡа иҫәпләнеүенә ҡарамаҫтан, йыһанға уны башҡаса осорманылар.