Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
25 Март 2020, 12:00

Ауылды йәнләндереүсе

Райондың мәҙәниәт учреждениеларында үҙ эштәренә мөкиббән китеп бирелгән һоҡланғыс белгестәр хеҙмәт итә, уларҙың күпселеге уға ғүмеренең байтаҡ йылдарын бағышлаған. Әжекәй ауыл клубы мөдире Илүзә Әсбапова ла шуларҙың иҫәбендә. Быйыл ул етәкләгән мәҙәниәт учреждениеһы ауыл клубтары араһында 2019 йылғы эш йомғаҡтары буйынса беренсе урынға сыҡты.

Илүзә Хәмзә ҡыҙы үҙе Пермь крайынан. Кейәүгә сыҡҡас, иренең тыуған ауылына йәшәргә килә. Бында тәрбиәсе ярҙамсыһы ла, һатыусы булып та эшләргә өлгөрә. Шул уҡ ваҡытта ул художестволы үҙешмәкәрлектә әүҙем ҡатнаша.
– Атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғүмәр Бәҙретдинов миңә ауыл клубында эшләргә тәҡдим иткәс, мин шунда уҡ ризалаштым. Ата-әсәйем миндә бәләкәй саҡтан сәнғәткә һөйөү тәрбиәләне: атайым баянда уйнаны, әсәйем йырланы, – тип уртаҡлаша ул.
Шул саҡтан бирле инде 18 йыл үтеп киткән, һәм Илүзә Хәмзә ҡыҙы һөнәре буйынса ҙур тәжрибә туплаған, шулай уҡ үҙендә бихисап башҡа һәләттәрҙе асҡан. Бында уға, һис шикһеҙ, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумында уҡыу ярҙам иткән.
Бөгөн ауылдың мәҙәни ялын ойоштороу эше тулыһынса уның иңендә ята. Ул сценарийҙар яҙа, костюмдар әҙерләй, залды биҙәй, үҙешмәкәрлек түңәрәктәре алып бара, ансамблдәрҙә сығыш яһай. Бөтә ошолар шаҡтай көс һәм ваҡыт талап итә. Ләкин үҙ эшен ярата, шуға күрә барыһын да тулы көскә һәм энтузиазм менән, бик ныҡ яуаплы башҡара, ә иң мөһиме, һәр сараға күңелен бирә һәм һәр ваҡыт бар тырышлығын һала.
Йыл һайын ауылда ҡышты оҙатыу, уңыш һәм сәскәләр байрамдары, бал-маскарад, Әсәләр һәм Оло йәштәгеләр көндәре күмәк кеше ҡатнашлығында үтә. Быйыл йыл һайын 22 июндә үтә торған “Мир ҡорбаны” район сараһын Әжекәй ауылында уҙғарыу планлаштырыла. Июлдә бында беренсе тапҡыр “Ғаилә шишмәһе” байрамы үтәсәк.
Тир түгеп, етди әҙерләнеүҙе Илүзә Әсбапова үҙ эшендә иң мөһиме, тип иҫәпләй. Байрам, осрашыу, конкурстарҙың ниндәй кимәлдә үтәсәге, кешеләрҙе уларҙың нисек ҡыуандырасағы, күңелдәрендә ниндәй булып ҡаласаҡтары шуға бәйләнгән. Кешеләр менән аралашыуҙы ул ауылда бөтә мәҙәни эштең нигеҙе тип атай.
– Мин үҙем генә бер ни ҙә эшләй алмаҫ инем. Ауылдаштарым минең теләгән бер ижади уйҙарымды хуплай һәм уларҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итә, – ти ғорурлыҡ менән Илүзә Әсбапова. – Сағыу сығыштары өсөн мин “Рәйхан” вокаль ансамбле, “Йәйғор” бейеү ансамбле, “Ләйсән” һәм “Ромашка” театр коллективтары, “Тамсылар” ҡумыҙсылар, “Аҡсарлаҡтар” фольклор ансамблдәрендә ҡатнашыусыларға, ҡурсаҡ театры етәксеһе Ильяда Закироваға, китапханасы Эльза Закироваға, балалары ижади коллективтарҙа шөғөлләнгән ата-әсәләргә аңлау-ҙары өсөн бик рәхмәтлемен. Ә ирем – минең эшемдә ышаныслы терәк.
Мәҙәниәт хеҙмәткәренең һәр ваҡыт ижади идеялары һәм яңы пландары бихисап. Тик бына уларҙы бойомға ашырыуы ғына йылдан-йыл ҡатмарлаша бара. Клубҡа капиталь ремонт талап ителә, унда бик һалҡын. Яңы кос-тюмдар һәм эш өсөн башҡа кәрәк-яраҡтар һатып алыу өсөн финанс саралары юҡ.
Бөтә ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, Илүзә Әсбапова әжекәй-ҙәрҙең тормошон сағыуыраҡ, яҡтыраҡ, яҡшыраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ итергә тырыша.