Бөтә яңылыҡтар

Тел һәм мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлап

1 март – Башҡорт ғаиләһе көнөБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты инициативаһы менән 1 март башҡорт ғаиләһе көнө тип иғлан ителгән.

Ғаилә – һәр кешенең тормошонда иң мөһиме. Ғаиләлә беҙ яратырға, бер-беребеҙ өсөн яуаплылыҡ тойғоһо кисерергә, үҙ-ара хөрмәткә өйрәнәбеҙ. Был ғәмәлдәрҙең барыһы ла дөрөҫ башҡарылһа, унда Ватанын яратҡан, йолаларҙы үтәгән, башҡа халыҡтарҙы хөрмәт иткән һәм ата-бабалары тарихын белгән үҙ еренең ысын патриоттары үҫә.
Оло Ыҡтамаҡтан Ләйсән һәм Илнар Исмәғилевтар йәш ғаиләләргә ҡарай. Уларҙың әле тормоштарының яңы ғына башланып торған мәле. Әммә улар башҡа йәштәр өсөн ныҡлы мөнәсәбәттәр һәм балаларын башҡорт милли традицияларында тәрбиәләү өлгөһө булып тора.
Ләйсән менән Илнар 2010 йылда өйләнешәләр. Икеһе лә хөрмәт, һөйөү, дуҫлыҡ кеүек тормош ҡиммәттәрен өҫтөн күргән ғаиләлә тәрбиәләнгән. Ғаилә башлығы тыумышы менән Яңы Мишәр ауылынан, ҡатыны – Аҙанғолдан. Тыуған йорттарында уларға Ватанға һөйөү, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, өлкәндәргә хөрмәт тәрбиәләйҙәр.
Исмәғилевтар традицион башҡорт ғаиләһендә үҙ ата-бабаларын, шәжәрәләрен һәм, әлбиттә, туған телдәрен белергә тейештәр, тигән ҡарашта. Тормоштарында үҙҙәре лә шуға ынтыла.
Йәш ғаиләлә ике ул үҫеп килә: Илдарға – 9 йәш, Иҙелгә – 4. Өйҙә ғаилә башҡорт телендә аралашырға тырыша, бергәләп китап уҡыйҙар, ғаилә тарихын өйрәнәләр.
Илнар – ижади шәхес, профессиональ бейеүсе һәм тормошон сәхнәһеҙ күҙ алдына килтермәй. Уның башҡарыу- ында башҡорт егеттәре образы – ул һығылмалылыҡ, маһирлыҡ һәм ут сәсрәтеп баҫыу. Башҡорт бейеүҙәре аша ул үҙе лә милли мәҙәниәткә ылыға, тамашасыларҙы ла ҡыҙыҡтыра. Улдары ла бейей һәм театр түңәрәктәрендә шөғөлләнә. Илдарҙың уңыштары ла бар: төрлө сараларҙа һәм конкурстарҙа сығыш яһай.
Исмәғилевтар спортты үҙ итә. Спорт менән даими шөғөлләнеү рух ныҡлығын арттыра, сәләмәтлекте яҡшырта, тип иҫәпләй улар. Бигерәк тә саңғыла, конькиҙа йөрөргә, йүгерергә яраталар.
Традицияларҙы һәм телде һаҡлау – ныҡлы ғаилә нигеҙе, тип иҫәпләй йәштәр.
– Был йәһәттән беҙгә олатай-өләсәйҙәр ярҙамлаша, әлбиттә, – тип уртаҡлаша улар. – Боронғо башҡорт байрамдары һәм йолалары улар ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Балаларҙы тәрбиәләүҙә лә атай-әсәйҙәребеҙ баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә. Беҙ уларға бик рәхмәтле!
Исмәғилевтар кеүек ғаиләләргә ҡарап һоҡланырлыҡ ҡына. Улар үҙ ерен һәм телен яратҡан ысын граждандар тәрбиәләүгә күп көстәрен һәм ваҡыттарын сарыф итә.