Рәмил Хаматнуровты Урта Азияға ебәрәләр. Афғанстанға, һуғыш ояһына, ебәрерҙәрен ул белмәй әле. Үзбәкстандың Шерабад ҡалаһында уҡыу үтә. Ә был урындан Афғанстанға бөтөнләй яҡын. Уҡыу һуғыш шарттарына яҡынайтылған: тауҙарҙа йөрөргә, палаткаларҙа йәшәргә өйрәтәләр, сәйәси әҙерлек дәрестәре алып барыла – һуғышҡа әҙерләйҙәр. Өс айҙан вертолеттарҙа Афғанстандың төньяҡ-көнсығышындағы Кундуз ҡалаһына алалар. Унда Пули-Хумрила осоу һыҙатының үҙендә үк ғәскәрҙәргә бүләләр. Рәмил бишенсе ротаға эләгә. Был рота Термездан Кабулға трасса буйлап колонналарҙы оҙатып бара. Ул трасса буй лап СССР-ҙан Афғанстанға яғыулыҡ, хәрби йөк, аҙыҡ-түлек, төҙөлөш материалдары килтерелгән.