Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
8 Декабрь 2019, 12:00

Ижадҡа ғашиҡтар

8 декабрь – Халыҡ-ара рәссам көнө


Рафас Хәйерзаманов, Лилиә Нуретдинова, Айгөл Ғәтиәтуллина.



Халыҡ-ара рәссам көнө 2007 йылда Халыҡ-ара “Донъя халыҡтары сәнғәте” Ассоциацияһы тарафынан булдырыла. Был кешеләр буяуҙар һәм бумала ярҙамында, яҡтылыҡ һәм күләгә, графика һәм һыҙыҡтар менән үҙҙәренең донъяға ҡараштарын, уны күреүҙәрен һәм кәйефтәрен һүрәтләй. Уларҙың һәр ҡайһыһы – ижади һәм ғәҙәти булмаған рәүештәге аҡыл кешеләре.


Рәссамдар тураһында һөйләгәндә, күптәр урамдарҙа ҡулдарына буяуҙар тотоп мольберт алдында портреттар, тәбиғәт ҡосағында пейзаждар яҙыусы йәки тәүлектәр буйына киндер туҡымаға һуңынан донъя сәнғәте байлығына әйләнәсәк рәсем төшөрөүсе кешене күҙ алдына килтерә. Ләкин уларҙың күбеһе картиналар яҙып ҡына ҡалмай, ә оҫталыҡтарын уҡыусыларына тапшыра, улар-ҙың художестволы һәләттәрен үҫтерә.

Һәләттәрҙе күреү, сәнғәткә ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү тәрбиәләү – бына төп бурыстары Мәсетле районы Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусы-рәссамдарының. Бөгөн бында Рафас Хәйерзаманов, Лилиә Нуретдинова, Айгөл Ғәтиәтуллина, Наил Фәрхетдинов һәм Полина Будорина эшләй. Улар балаларҙы тирә-яҡтағы матурлыҡты күрергә, ижади хыял йөрөтөргә һәм, әлбиттә, классик рәсемдәргә өйрәтә.

Рафас Әкрәм улы мәктәптә һынлы сәнғәт класы асылғандың тәүге көндәренән алып уҡыта. Уның һүҙҙәренсә, художестволы һәләттәр уға атаһынан бирелгән. Әле мәктәп эскәмйәһенән үк уны һынлы сәнғәт дәрестәре мауыҡтыра. Ул класташтарының портреттарын, пейзаждар төшөрә.

Лилиә Миңләхмәт ҡыҙы мәктәптә рәсем дәрестәре алып бара. Уның һөнәри күнекмәләре һәм балалар менән уртаҡ тел таба белеүе йәш таланттарға остаз ғына түгел, ә дуҫ булырға ла ярҙам итә. Һынлы сәнғәттән тыш, ул кейеҙ баҫыу менән мауыға. Кейеҙ эштәре төбәк-ара художестволы күргәҙмәләргә ҡуйыла.

Айгөл Ләбип ҡыҙы үҙ ижадында пейзаждарға һәм натюрмортҡа өҫтөнлөк бирә. 2001 йылда Өфө ҡалаһындағы “Урал” галереяһында уның персональ “Һынлы сәнғәт” күргәҙмәһе булды. Бынан тыш ул ҡайын туҙы менән дә оҫта эш итә. Уның ҡулдарында улар ысын сәнғәт әҫәрҙәренә әүерелә. Ошо оҫталығы менән ул Әжекәй мәктәбендә үткәрелеүсе түңәрәктәрҙә балаларға бик теләп уртаҡлаша.

Балалар сәнғәт мәктәбенең художестволы класында тәрбиәләнеүселәр республика һәм халыҡ-ара конкурстар һәм күргәҙмәләр лауреаттары һәм дипломанттары була. Мәктәпте тамамлағандан һуң да улар ижад юлынан барыуҙарын дауам итә: рәссам-уҡытыусылар, архитекторҙар һәм дизайнерҙар булып китә.

Уҡытыусылар үҙҙәре йыл һайын традицион “Арт-товарищ” бөтә Рәсәй йәйге ижади оҫтахана пленэрында ҡатнаша. Уның йомғаҡтары буйынса июлдән башлап район Мәҙәниәт һарайы фойеһында пленэрҙа ҡатнашыусы рәссамдар эштәре күргәҙмәһе эшләй. Мәсетле буяу менән төшөрөү оҫталары илһамдарын тыуған яҡ хозурлығынан һәм уның кешеләренән ала.

Рәссам – рәссам инде ул, ижадтан башҡа йәшәй алмай. Шуға күрә бер ҡасан да ҡабатланмаясаҡ мәлде төшөрөп ҡалыу өсөн ҡәләм менән һыҙмалар дәфтәре һәр ваҡыт уның сумкаһында йөрөй.