Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
25 Ноябрь 2019, 17:00

Ике ғүмер – ике яҙмыш

24 ноябрь – Әсәләр көнө Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлшат Хәйбуллина үҙенең ҡәҙерле кешеләре – әсәһе һәм ҡәйнәһе тураһында яҙып ебәргән.

“Ләмәҙтамаҡ ауылында ике тиңдәш – тыл ветерандары, ҡоҙағыйҙар Фаруан Сәхәүетдинова менән Әсмәбикә Хәйбуллина йәшәй. Уларҙың яҙмыштары күп нәмәлә оҡшаш: икеһе лә һуғыштың ауырлыҡтарын иңдәрендә татыған. Уларҙың тыуған көндәрендә лә ике генә көн айырма.

Фаруан Хәйретдин ҡыҙы 1930 йылдың 9 октябрендә Дыуан районының Мәрйәмғол ауылында тыуған. Үҙ ауылында ете класс тамамлай. Уға 13 йәш булғанда әсәһе ауырып үлеп китә. Шул арҡала ул уҡыуын дауам итә алмай. 1942 йылда һуғышҡа киткән атаһы ла Ленинград өлкәһендә барған ҡаты алышта һәләк була.

Фаруан ғаиләһендә икенсе бала була. Ағаһы Ғүмәрҙе ФЗО-ға уҡырға ебәрәләр. Һеңлеһе Рәйфә менән ҡус-тыһы Әнүәрҙе уға ҡарап үҫтерергә тура килә.

– Ярай әле һыйырыбыҙ булды, шул арҡала ғына аслыҡтан үлмәй ҡалдыҡ, һөт эсеп, эремсек ашап көн күр-ҙек, – тип иҫенә төшөрә ул йылдарҙы Фаруан Хәйретдин ҡыҙы.

Тиҫтерҙәре менән өлкәндәргә эйәреп ураҡ менән иген урып, көлтә бәйләп, башаҡ сүпләп һәм башҡа һанап бөткөһөҙ михнәттәр күреп үҫә ул. Һуғыштан һуң Нуриманов исемендәге колхозға эшкә төшә. Ғүмере буйына шунда быҙау ҡараусы, һуңынан һауынсы булып эшләп хаҡлы ялға сыға.

1959 йылда Ләмәҙтамаҡ егете Риз-уан Ҡотлой улына кейәүгә сыға. Ғаиләлә биш бала тәрбиәләнеп үҫә. Бөгөн ул кесе улы Юрис һәм уның ғаиләһе менән бергә йәшәй.

Әсмә Ғималетдин ҡыҙының да яҙмышы еңелдән булмай. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышына алынғас, әсәһе дүрт бала менән тороп ҡала. Ул һуғыштан яраланып 1942 йылда ҡайта.

Үҫмер ҡыҙ Әсмә лә башҡа тиңдәштәре кеүек өлкәндәр менән бер рәттән тороп эшләй. Ләмәҙтамаҡ мәктәбендә 10 класс тамамлай.

1950 йылда Ләмәҙтамаҡ егете Хәкимйән Хәйбуллинға тормошҡа сыға.

Яҙмыш уларҙы ҡайҙа ғына йөрөтмәй: Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында, районыбыҙҙың Тәкә, Оло Ыҡтамаҡ, Йыланыш (МТС-та) ауылдарында эшләргә һәм йәшәргә тура килә. Әсмәбикә Ғималетдин ҡыҙы колхозда төрлө эштәрҙә хеҙмәт итә, һуңыраҡ хаҡлы ялға сыҡҡансы ауыл Советында йыйыштырыусы була. Улар-ҙың дуҫ һәм татыу ғаиләһендә алты бала үҫә. Бөгөн улар илебеҙҙең төрлө мөйөштәренә таралған. Әсә кеше балаларының, яҡындарының ихтирамын тойоп кесе улы Илфаттың ғаиләһендә көн итә.

Ике ҡатын – ике яҙмыш… Ләкин күпме оҡшашлыҡ: икеһенең дә тормош иптәштәре күптән инде гүр эйәһе, уларҙың һәр ҡайһыһы бала ҡайғыһы кисергән – берәр улдарын юғалтҡан. Ҡайғылар ҙа бер, шатлыҡтар ҙа уртаҡ. Хеҙмәт ветерандарының икеһе лә “Әсәлек даны” һәм “1941 – 1945 йылдар-ҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән.

Тормоштоң әсе-сөсөһөн татыған ошо ике ағинәй әле лә ҡайғы-хәсрәттәргә бирешмәй, донъя яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһынып, районканы уҡып, балалары-ейәндәренә оло терәк, кәрәк булып уларҙың ихтирамында һәм хәстәрлегендә көн итә”.