Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
24 Ноябрь 2019, 12:00

Күп балалы әсә булыу – оло бәхет

Күптәр беҙҙең ваҡытта күп балалы әсә булыу ауыр тип уйлай, сөнки мәшәҡәттәр һәм финанс сығымдары бер нисә тапҡырға арта. Ләкин өс һәм унан күберәк бала әсәләре, киреһенсә, бер балаға ҡарағанда бер нисә бала үҫтереүе күпкә еңелерәк, ә ҙур татыу ғаиләләге һөйөү һәм бәхет бөтә ҡыйынлыҡтарҙы юҡҡа сығара, тип иҫәпләй.


Фото ғаилә архивынан.


Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Эльмира һәм Сергей Жильцовтар ҙур һәм татыу ғаилә ҡорған. Уларҙың яҙмыштарын бәйләүенә бына инде 18 йыл. Бергәләп улар биш бала тәрбиәләй: дүрт улдары һәм бер ҡыҙҙары бар. Олоһона – 17, ә кесеһенә 3 йәш.

Жильцовтарҙың балалары ижади яҡтан үҫешкән: оло ике улдары музыка мәктәбенең хореография бүлексәһен тамамлаған, өсөнсөһө художество бүлексәһендә уҡый. Улар спорт ярата, бокс менән мауыға.

Ғаилә усағын һаҡлаусы Эльмира Юрьевна ҙур ғаиләһенең шатлыҡтары һәм ауырлыҡтары тураһында беҙҙең менән уртаҡлашты.

“Мин ғаиләлә берҙән-бер бала булып үҫтем һәм гел күп балалы әсә булырмын тип хыялландым. Иремдең дә бер туғандары юҡ. Беҙгә өсөнсө, шунан дүртенсе һәм бишенсе бала табырғамы икән тигән һорау килеп тыуғас, ирем менән беҙ бер тауыштан ыңғай ҡарарға килдек! Ышанаһығыҙмы, бер тапҡыр ҙа үкенмәнек! Бик ныҡ ҡыҙ теләй инек.

Биш бала менән беҙгә бала ҡараусы ла, хеҙмәтсе ҡатын-ҡыҙ ҙа кәрәкмәй. Балалар бер-береһенә ҡарата йылы һәм хәстәрлекле. Өлкәндәре кеселәренә ярҙам итә.

Минең төп ярҙамсыларым – ирем һәм оло улдарым. Улар менән миңә ҡатын булыуы ла, әсә булыуы лә еңел. Ирем талапсан булып ала, ләкин йыш ҡына компромисҡа бара. Балаларҙа уның абруйы ҙур. Ул һәр баланы бик ныҡ ярата, ә улар, үҙ сираттарында, уға шуның менән үк яуап бирәләр. Беҙ татыу йәшәйбеҙ. Ирем һәр яҡлап миңә ярҙам итә һәм хуплай. Ғаиләбеҙҙә барыһы ла бүленгән: балаларҙың үҙ бурыстары, хужалыҡ һәм балалар – минең өҫтә, ә ғаиләне финанс яғынан тәьмин итеү тулыһынса иремдең иңдәрендә ята.

Күп балалы ғаиләнең тормошо ысынлап та еңел түгел, ләкин ауырлыҡтар араһында яҡты мәлдәрҙе лә табырға кәрәк. Иң мөһиме, барыһын да дөрөҫ ойошторорға һәм үҙеңә бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәҫкә һәм “теҙгенеңде” бушатмаҫҡа. Ваҡыты етер – ял итербеҙ, көс йыйырбыҙ.

Күптәр ғаиләлә балалар ни тиклем күберәк, ата-әсәнең һәр балаға ваҡыты шунса аҙыраҡ ҡала, тип иҫәпләй. Ләкин теләк булған ерҙә мөмкинлектәр ҙә күп. Һәр балаға айырым ваҡыт бүлергә тырышам – был иң ышаныслы һәм дөрөҫ ҡараш.

Әсә булыу – ул бәхет. Биш бала тәрбиәләп, минең менән булған һәр нәмәлә ыңғай яҡтарҙы эҙләргә өйрәндем. Барыһын да тейешле тип ҡабул итәм, ә башҡаса булыуы ла мөмкин түгел. Балаларһыҙ башҡа тормошто күҙ алдына килтерә алмайым!”

Әсәләр көнө алдынан Эльмира Юрьевна бөтә республиканан күп балалы 47 әсә иҫәбендә республика вице-премьеры Андрей Назаров ҡулынан “Әсәлек даны” миҙалы алды. Награда төбәк Башлығы Радий Хәбировтың Указы буйынса тапшырылды.

– Был миҙал беҙҙең ирем менән икебеҙгә уртаҡ, сөнки уның ышаныслы иңенән, ярҙамынан һәм таянысынан башҡа беҙҙең ҙур ғаиләбеҙ ҙә булмаҫ ине, – тип аңлатма бирә ул.


Башҡортостанда 50 меңдән ашыу күп балалы әсә йәшәй. Дөйөм алғанда улар 160 меңдән ашыу бала тәрбиәләй. “Әсәлек даны” миҙалы дәүләт наградаһы булдырылған 1998 йылдан башлап 7919 ҡатын уға эйә булды.