Мейе ҡан әйләнешенең киҫкен боҙолоуы (артабан – ОНМК) сире менән Рәсәйҙә йылына 1000 кешегә 2,5-3 осраҡ тура килә, ә ОНМК-ның киҫкен осоронда үлем осраҡтары сирләп китеүҙең тәүге йылы һуңына 12-15 процентҡа артып 35 процентҡа барып етә; 5 йыл эсендә инсульттан һуң пациенттарҙың 44 проценты үлә.
Инсульттан һуң инвалид булып ҡалыу инвалидлыҡтың бөтә сәбәптәре араһында беренсе урынды биләй һәм 10000 кешегә 3,2 тәшкил итә. Рәсәйҙә цереброваскуляр патологиянан кешеләр Көнбайыш илдәренә ҡарағанда йәшләйерәк үлә. Ә донъяла иң күп үлемдәрҙең береһе – инсульттан. Уның өлөшөнә һәр 100 мең кешегә 175 үлем тура килә.
Мәсетле районында 2019 йылдың 9 айында 49 кеше инсульт үткәргән, ирҙәрҙән иң йәшенә – 33, ҡатын-ҡыҙҙарҙан 41 йәш. Шулар иҫәбенән 5 ир һәм 5 ҡатын үлгән, 2 ҡатын – эшкә һәләтле йәштә.
Күп тикшеренеүҙәр мейе ҡан тамырҙары сирҙәре менән ауырыу-сылар контингентының йәшәреү тенденцияһын билдәләгән.
Инсульттың төп төрҙәре: ишемик инсульт (баш мейеһе инфаркты) һәм геморрагик инсульт (мейе эсендә ҡан һауыу). Мейе инсультының алты билдәһен айырырға мөмкин, улар айырым да, бер-береһе менән билдәле бер бәйләнештә лә беленергә мөмкин:
1. Кинәт хәлһеҙләнеү, ҡулдың һәм (йәки) аяҡтың ойоуы, һиҙмәй башлауы (йышыраҡ кәүҙәнең бер яҡ яртыһында).
2. Ҡапыл бит ойоуы һәм (йәки) асимметрияһы.
3. Кинәттән телмәрҙең боҙолоуы (аңлайышһыҙ телмәр, һүҙҙәрҙе асыҡ әйтмәү) һәм үҙенә әйтелгәндәрҙе аңламау.
4. Бер йәки ике күҙҙең дә ҡапыл насар күрә башлауы (асыҡ күрмәү, предметтарҙың икеләнеүе).
5. Йөрөштә ҡапыл килеп тыу-ған ҡыйынлыҡтар, баш әйләнеү, балансты һәм координацияны юғалтыу.
6. Ҡоҫоуға еткергәнсе кинәт ныҡ итеп баш ауыртыу.
Инсульт ваҡытында сирле эсеп иҫергән кешегә оҡшай: аңы бутала, айырым-асыҡ ҡына һөйләп аңлата алмай, йөрөгәндә сайҡалып атлай һәм тирә-йүндә йүнәлеш ала алмай, аңын юғалтырға мөмкин. Тап шуға күрә ерҙә ятҡан кешеләргә битараф булмаҫҡа һәм ярҙам күр-һәтергә тырышырға кәрәк.
Инсульт ваҡытында тәүге симптомдарҙы асыҡлауға ЙҺК-тест:
Й – сирленең ЙЫЛМАЙЫУЫН үтенегеҙ. Инсульттың башланғыс стадияһында йылмайыуы “ҡыйыш” йәки “салыш” буласаҡ. Был биттең яртыһы сирлегә буйһоноу-ҙан туҡтауы менән аңлатыла, эҙемтә булараҡ ауыҙ мөйөштәренең береһе түбән төшөп торасаҡ. Телгә килгәндә, ул симметрия буйынса урынлашмаясаҡ: бер яҡҡа ятып торасаҡ һәм дөрөҫ булмаған форма ала башлаясаҡ.
Һ – сирленең үҙегеҙ менән ҺӨЙЛӘШЕҮЕН үтенегеҙ. Инсульт алдынан ауырыу кешенең телмәре аңлайышһыҙға әйләнә. Уны бик ныҡ иҫерек кеше телмәре менән сағыштырырға мөмкин.
К – сирленең бер үк ваҡытта ике ҡулын да юғары КҮТӘРЕҮЕН һорағыҙ. Кәүҙәнең зарарланған яғындағы ҡул икенсе яғы менән сағыштырғанда һиҙелерлек түбән күтәрелгән буласаҡ, әгәр сирле быны эшләрлек хәлдә булһа. Һәр осраҡта ла, ҡулдарҙың урынлашыуы төрлө кимәлдә буласаҡ.
Ошо билдәләрҙең береһе генә барлыҡҡа килһә лә, мөмкин тиклем тиҙерәк “ашығыс ярҙам” саҡыртырға кәрәк. Медицина ярҙамынан башҡа үткәрелгән һәр бер минут сирленең 1,9 млн мейе күҙәнәген юғалтыуға торошло. Һәр 12 минут һайын мейенең борсаҡ ҙурлығындағы участкаһы үлә. Инсульт билдәләрен һәр кем күрә белергә тейеш! Был кемдеңдер ғүмерен ҡотҡара ала.
Кешеләрҙең бер өлөшөндә ҡайһы бер симптомдар барлыҡҡа килә лә оҙаҡ булмай – бер нисә минуттан сәғәткә тиклем генә дауам итә, улар үҙ аллы үтергә мөмкин. Был күренештең нигеҙендә – мейе артерияһы буйлап ҡан йөрөүенең ваҡытлыса туҡтап тороуы. Бындай торошто табиптар транзитор ишемия һөжүме йәки микроинсульт тип атай. Бер йәки күберәк микроинсульт үткәргән кешеләр-ҙең күпселегендә һуңынан ҙур мейе инсульты үҫешә.
Инсультты профилактикалау сәләмәт йәшәү рәүеше принциптарына нигеҙләнә:
• үҙ ҡан баҫымыңды белергә һәм контролләргә;
• тарта башламаҫҡа йәки мөмкин тиклем иртәрәк тартыуҙы туҡтатырға кәрәк;
• тоҙҙо мөмкин тиклем аҙыраҡ ҡулланырға һәм ныҡ тоҙло консерваларҙан, ярымфабрикаттарҙан баш тартырға;
• сәләмәт туҡланыуҙың төп принциптарын һаҡларға – күберәк йәшелсә-емеш ашарға, өҫтәлгән шәкәрҙән һәм мал майынан баш тартырға;
• алкоголь ҡулланмаҫҡа. Спиртлы эсемлек ҡулланғандан һуң тәүге сәғәттәрҙә инсульт үҫешеү хәүефе юғары;
• ҡандағы холестерин кимәлен контролләргә;
• даими спорт менән шөғөлләнергә. Хатта әллә ни артыҡ көсәнмәй генә физик күнекмәләр яһау – йәйәү йәки велосипедта йөрөү – йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре, шул иҫәптән инсульт үҫешеүен кәметә;
• ял һәм хеҙмәт режимын һаҡларға;
• стресҡа сыҙамлыҡты арттырырға.
медицина профилактикаһытабибы.