Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
27 Октябрь 2019, 11:30

“Автозапчастар” магазинына – 25 йыл!

27 октябрь – Автомобилселәр көнө


Әлеге көндә был магазин районда автозапчастар, майлау материалдары баҙарында иң эреһе һәм Төньяҡ-Көнсығышта иң эреләрҙең береһе булып иҫәпләнә. Магазинға мөрәжәғәт итеп, һатып алыусы һәр ваҡыт уны белемле һәм иғтибарлы хеҙмәтләндереүҙәренә, заказдарының тиҙ һәм теүәл үтәләсәгенә, продукцияһының юғары сифатлы булыуына ышана ала.

– Артур Вәсил улы, юбилей – ул барыһының нисек башланып китеүен иҫкә төшөрөп алыу өсөн бик шәп һылтау.

– 90-сы йылдар башында беҙҙең районда, шулай уҡ республиканың төньяҡ-көнсығышында бер генә автозапчастар магазины ла юҡ ине. Иң яҡыны Красноуфимск ҡалаһында булды. Шуға күрә беҙ атайым менән был өлкәлә үҙебеҙҙең бизнесты асырға ҡарар иттек. Элек тауар килтереүселәр булманы. Һәр бер тауарҙы ҡалаларға барып берәм-бөртөкләп йыя инек.

– Ә бөгөн һеҙҙең магазин ассортименты ниндәй?

– Беҙ илебеҙ һәм сит ил автомобилдәре, ауыл хужалығы техникаһы, автобустар, махсус техника һәм йөк автомобилдәре өсөн иң ҡулайлы хаҡтар менән бик күп төрлө запчастар тәҡдим итәбеҙ.

Магазинда автомобилдәр өсөн теләгән бер сығым материалын, кузов деталдәрен, аккумуляторҙар, шиналар һәм дискылар, майҙар, автохимия, колодкалар, шулай уҡ теләгән бер зауыҡҡа аксессуарҙар һайлап алырға була. Магазин каталогында автомобиль тауарҙарының 25 меңдән ашыу позицияһы – оригиналдағы һәм юғары технологияла эшләнгән аналогтары бар.

– Заказға эшләйһегеҙме?

– Әлбиттә. Әгәр һатыуҙа юҡ икән, беҙ уға заказ яһайбыҙ. Тауарҙы килтереү срогы – ике көндән алып бер аҙнаға тиклем. Бөгөн запчастар тәҡдим итеүсе интернет-магазиндарының иҫәбе-һаны юҡ, ләкин автомобилсе алдан әҙерлекһеҙ оригинал һәм оригинал булмаған каталогтарҙа еңел аҙашырға мөмкин. Хатта VIN номерын белә тороп та запчастарҙы дөрөҫ һайламаҫҡа мөмкин, сөнки каталогтарҙа хаталар осрай. Беҙҙең белгестәр кәрәк запчастарҙы дөрөҫ һайлап бирәсәк.

Беҙ – алмаш частар һатыу күләме буйынса иң эре “EMEX” Рәсәй компанияһының рәсми дилеры. Ул – сауҙа интернет майҙансығы, унда автомобилдәр, квадроциклдар, скутерҙар һәм мотоциклдар, йәғни бөтөн донъялағы теләһә ниндәй техника өсөн запчастарҙы заказ менән алдырырға мөмкин.

– Һеҙгә баҙарҙа табыуы ауыр булған запчастар һорап мөрәжәғәт итәләрме?

– Эйе. Мәҫәлән, яңыраҡ беҙ “Yamaha” мотоциклына материалға заказ бир-ҙек. Шулай уҡ беҙгә запчастар һорап күрше райондарҙан һәм Свердловск өлкәһенән мөрәжәғәт итәләр, сөнки Төньяҡ-Көнсығыш буйынса бары тик беҙ генә тауар менән тәьмин итеүсе эре компаниялар менән эшләйбеҙ.

– Беҙҙең гәзитте уҡыусыларға ниндәй теләктәрегеҙ булыр?

– Яҡшы, хәйерле юлдар һеҙгә, автомобилегеҙ ышаныслы булһын!


Магазиндың адресы: Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Тыныслыҡ урамы, 28.

Тел. 8 (34770) 2-17-00.

Эш режимы: 9.00 – 18.00, тәнәфесһеҙ (дүшәмбенән шәмбегә тиклем), 9.00 – 14.00, тәнәфесһеҙ (йәкшәмбе).


Реклама хоҡуғында.

3110220100070 һанлы ОГРН.