Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
27 Октябрь 2019, 11:00

Автомобилдәр һәм тракторҙар өсөн алмаш частар

27 октябрь – Автомобилселәр көнө


Ауыл хужалығы тауар етештереүселәренә һәм район хал-ҡына был йәһәттән борсолорға урын юҡ, сөнки Оло Ыҡтамаҡта Людмила һәм Рәүф Фәрхетдиновтарҙың Башҡортостандың Төньяҡ-Көнсығышында иң эреләрҙең береһе булған һәм йылдам үҫешкән “Автотракторные запчасти” магазины эшләп килә.

Фәрхетдиновтар йөк автомобилдәре, тракторҙар, ауыл хужалығы һәм юл төҙөү, урман әҙерләү техникаһы өсөн алмаш частар баҙарында 10 йылдан ашыу эшләй. Ошо ваҡыт эсендә улар склад майҙандарын, клиенттар базаһын һәм һатыу итеү территорияһын киңәйтеүгә ирешә алды.

Һатыуҙа 30 меңдән ашыу төр тауар бар. Араларында “Чебоксарский завод силовых агрегатов”, “Минский тракторный завод”, “Алтайский моторный завод”, “Гидросила” кеүек эре заводтар продукцияһы бар.

Магазинда ҡайыштарҙың, подшипниктарҙың, ремкомплекттарҙың, сальниктарҙың бөтә төрҙәре, болт, гайкалар-ҙың киң ассортименты тәҡдим ителә. Шулай уҡ һатыуға ҡуйылған:

*ауыл хужалығы техникаһына, тракторҙарға (МТЗ-80,-82-1221, Т-150,-25,-16,-40, ДТ-75, ЮМЗ) алмаш частар;

*йөк автомобилдәренә һәм махсус техникаға (ГАЗ, КамАЗ, ЯМЗ) алмаш частар;

*комбайндарға (“Нива”, “Дон”, “Полесье”) алмаш частар;

*бесән әҙерләү техникаһына алмаш частар;

*трактор тағылмаларына алмаш частар;

*РВД һәм РТИ;

*майҙар һәм автохимия. Бында сығарыу күптән туҡтатылған техникаға һирәк алмаш частар табырға мөмкин.

Уларға кисен, хатта төндәрен магазиндарын асырға һорап мөрәжәғәт иткәндәре бар. Бындай осраҡтарҙа хужалар һатып алыусыларҙың хәленә инә. “Беҙ бесән йәки уңыш йыйыу мәлендә һәр минуттың ҡәҙерле икәнлеген аңлап торабыҙ”, – ти Рәүф Рәфҡәт улы.

Улар әлеге мәлдә аҡсалары булмағандарға ла ярҙам итеп торалар: һөйләшеп килешәләр, алмаш частарҙы бурысҡа бирәләр, ауыл хужалығы продукцияһына һәм башҡа алмаш частарға алмаштыралар. Бында шулай уҡ даими клиенттарға йәки ҙур суммаға тауар алыу-сыларға ташламалар яһайҙар.

Рәүф Рәфҡәт улы һатып алыусыларға мәғлүмәт биреү йәһәтенән һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер.

Эшҡыуарҙарға улдары Рус-лан һәр ваҡыт ярҙам итә. Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ филиалында уҡыған егет дәрестәренән һуң һәм ял көндәрендә магазинда эшләй һәм , тәжрибәһе ҙур булмауға ҡарамаҫтан, алмаш час-тар тураһында яҡшы белә.

Әгәр һеҙ үҙ техникағыҙ тураһында хәстәрлек күрһәгеҙ һәм сифатҡа өҫтөнлөк бирһәгеҙ, “Автотракторные запчас-ти” магазины һеҙҙең өсөн!
Магазин Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Революция урамы, 121 адресы буйынса урынлашҡан. Иртәнге сәғәт 9-сы яртынан киске 7-се яртыға тиклем ял көндәрһеҙ эшләй.

Тел. 8-987-131-57-00.


Реклама хоҡуғында

315028000152278 һанлы ОГРН.