Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
20 Октябрь 2019, 13:00

Яуаплылыҡ тойоп эшләйҙәр

20 октябрь – Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө


Иҡтисади үҫеш кенә түгел, йәйәүлеләрҙең дә хәүефһеҙлеге юл эшсәндәренең хеҙмәт һөҙөмтәһенә бәйле. Улар юл ҡатламын ғына ремонтлап ҡалмай, ундағы билдәләрҙең булыуын, юл хәрәкәте билдәләренең тороуын тәьмин итергә, яҙғы-көҙгө осорҙа юлдарҙа боҙлауыҡ булмаһын өсөн ваҡытында боҙлауыҡҡа ҡаршы ҡатнашмалар һибергә, ҡарҙан таҙартырға тейеш.

Бөгөн Мәсетле юл ремонтлау-төҙөү идаралығында 51 кеше эшләй. Уларҙың барыһы ла – үҙ эштәренең оҫталары. Күптәре бер-нисә тиҫтә йыл хеҙмәт итә. Йәштәр ҙә етерлек. Коллективтың һөнәри байрамдарын ниндәй һөҙөмтәләр менән ҡаршылауы хаҡында Мәсетле юл ремонтлау-төҙөү идаралығы начальнигы Илгиз Фазлетдинов һөйләй:

– Беҙ хеҙмәтләндергән юлдар оҙонлоғо 350 километр тәшкил итә. Шуларҙың 215,1 километры – республика һәм район әһәмиәтендәге. Юл эштәрен башҡарыу өсөн хужалыҡта 44 берәмек техника бар. Йыл һайын автопарк тулылана. Мәҫәлән, быйыл ғына бер асфальт һалыу техникаһы, ике КамАЗ һәм бер тағылма алынды. Һөнәри байрамыбыҙға МТЗ-82 тракторы һәм автогрейдер килеүен көтәбеҙ.

Ике ярҙамсы производство – Һабанаҡ ауылы эргәһендә ҡырсынташ һәм Оло Ыҡтамаҡта ваҡ таш сығарыу буйынса карьерҙар туҡтауһыҙ эшләй. Хужалыҡ территорияһында асфальт-бетон заводы бар. Унда дүрт маркалы асфальт сығарыла.

Йәй эшсәндәр юлдарҙағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү, юл ситтәрендәге сүп үләндәрен һәм ҡыуаҡтарын сабыу, юл билдәләрен һәм күпер таяуҙарын буятыу, юл ситтәрен нығытыу менән шөғөлләнде. Быйыл юл эшсәндәре көсө менән Кропачево-Мәсәғүт-Әчит автоюлының 4 километрында һәм 5 километрында, Әләгәҙ ауылының Совет урамында 523 метр, Оло Аҡаға инеү урынында 500 метр, Абдуллала 1 километр юл ремонтланды. Әлеге мәлдә Энергетиктар, Балашов, Революция, Ҡ. Латипов урамдарында юлдар ремонтлана, яңы балалар баҡсаһы территорияһында асфальт түшәлә. Яҡын арала Һөләймән, Ләмәҙтамаҡ, Иҫке Мишәр, Ҡаранай, Тәкә, Теләш ауылдарында, район үҙәгенең Яр буйы, Чапаев, Йырын, Иван Крючков урамдарында юлдарҙы ремонтлау планлаштырыла.

Алда – иң яуаплы һәм көсөргәнешле ҡышҡы осор. Ҡар ныҡлап яуып төшөү менән бар ҡар таҙартыу техникаһы юлға сығасаҡ. Уларҙың барыһы ла әҙер.

Илгиз Йосопйән улы коллектив тураһында тик яҡшы фекерҙә. “Уларҙың эше бик ауыр, әммә абруйлы һәм почетлы”, – ти ул. Хеҙмәт бурыс-тары һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан саф һауала эшләргә мәжбүр итә. Ҡай-һы ваҡыт ике-өс смена эшләргә лә тура килә. Бындай тиҙлеккә һәр кем түҙә алмай. Әммә, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр һәм яуап-лылыҡ тойоп хеҙмәт иткәндәр бар коллективта. Улар: Марат Фазлыев, Флорид Абдулхаев, Ринат Ғилметдинов, Рәүил Мөбәрәкшин, Харис Ғилметдинов, Ильяс Исламов.