Мәсетле тормошо
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
27 Сентябрь 2019, 16:00

Яратҡан эше һөҙөмтә бирә

Бөгөн – Тәрбиәселәр һәм барлыҡ мәктәпкәсә хеҙмәткәрҙәр көнө



20 йылдан ашыу Гөлфиә Хәсәнова Дыуан-Мәсетле ауылының “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында эшләй. Уға үҙ эшенә намыҫлы ҡараған, белдекле, профессиональ, ижади эшләүсе педагог тигән характеристика бирәләр.

Әле мәктәп йылдарында уҡ ул эшенең балалар тәрбиәләү менән бәйле буласағын белә. Шуға ла ниндәй һөнәр һайлау мәсьәләһе тормай уның алдында. Мәктәп тамамлағандан һуң Һатҡы педагогия училищеһына уҡырға инә. Шунан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ситтән тороп белем ала.

– Эшемдән мин бик ҙур ҡәнәғәтлек алам. Балалар быны һиҙә һәм шуға күрә үҙҙәре лә тырышалар, биргән эштәрҙең барыһын да үтәйҙәр, – тип уртаҡлаша Гөлфиә Ғәбиҙулла ҡыҙы. – Балаларға мәңгелек ҡиммәттәрҙе өйрәтеү, күңелдәрен изгелек менән тултырыу бик мөһим. Был – тәрбиәселәрҙең төп бурысы. Әкиәттәр, уйындар һәм ижад менән шөғөлләнеү аша беҙ балаларҙа иң яҡшы сифаттар тәрбиәләйбеҙ.

Хәҙерге быуын икенсе, – ти ул. – Уларҙың һорау-ҙары күп, шуға күрә һәр ваҡыт ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап бирергә әҙер булырға, үҙ-үҙеңде камиллаштырырға кәрәк.

Әлеге ваҡытта Гөлфиә Ғәбиҙулла ҡыҙында белергә ынтылған, хәрәкәтсән һәм шат күңелле 22 баланан тор-ған мәктәпкә әҙерләү төркөмө. Буласаҡ беренсе класс уҡыусыларын математикаға, һүрәт төшөрөргә өйрәтергә, телмәрҙәрен үҫтерергә кәрәк.

Ул йыл һайын педагогик конференцияларҙа, методик берләшмәләр эшендә, “Йыл тәрбиәсеһе” район конкурсында ҡатнаша, бер нисә тапҡыр призер ҙа булды. Уның тәрбиәләнеүселәре шиғырҙар һәм йырҙар менән иртәлектәрҙә сығыш яһай, район ярыштарында, шулай уҡ интернет-конкурстарҙа ҡатнаша.

Әйткәндәй, әлеге йылдың башынан Дыуан-Мәсетле ауылы мәктәбе бинаһында 12 урынлыҡ яңы ясле төркөмө эшләй. Ул РФ Мәғариф һәм фән министрлығының мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында өҫтәмә урындар булдырыу программаһына ярашлы асылды. Был программа буйынса БР Мәғариф министрлығы тарафынан 1673600 һум һәм урындағы бюджеттан 130000 һум бүленгән.