Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
27 Сентябрь 2019, 12:00

Сәйәхәттән йәм табып

27 сентябрь – Бөтә донъя туризм көнө



Хәҙерге заманда сәйәхәт итеү – иң популяр ял төр- ҙәренең береһе. Көн һайын Ер йөҙө буйлап миллионлаған кеше сит илдәргә сыға, ҡыҫҡа көнлө экскурсияларға бара һәм иҫтәлекле урындарҙа үҙ аллы йөрөй.

Беҙҙең райондан Елена Владимировна һәм Радик Рифат улы Ғәләүетдиновтар ҙа ғаиләләре менән сәйәхәт итергә яраталар. Бына инде 11 йыл улар ике улдары менән ил гиҙәләр.

Сит илдәргә йөрөүҙән республикабыҙ буйлап сәйәхәт итеүгә өҫтөнлөк бирәләр. Уларҙы тыуған төйәгебеҙҙең матурлығы һәм күп төрлөлөгө йәлеп итә.

Сәйәхәткә ғаилә башлығының башланғысы менән сығалар. Тыуған ер буйлап йөрөүгә ҡыҙыҡһыныуҙы унда урман-ҡырҙарға йыш алып сығып йөрөткән ата-әсәһе кескәй сағында уҡ уята. Ә туризм нигеҙҙәрен Әләгәҙ мәктәбендә география уҡытыусыһы Александр Кобяковтан дәрестәрҙә һәм мәктәп походтарында үҙләштерә. Шул мәлдән алып сәйәхәткә ынтылыш йылдан-йыл арта ғына бара.

– Миҙгеленә һәм һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, йылына биш тапҡыр сәйәхәт ҡылабыҙ, – ти Радик Рифат улы. – Ғаиләбеҙ менән республиканың төрлө мөйөштәрендә булдыҡ. Әммә башлыса беҙҙе тауҙар ҡыҙыҡтыра. Ирәмәл тауына инде бер нисә тапҡыр күтәрелдек (һүрәттә). Бына яңыраҡ ҡына, күп ҡаршылыҡтар-ҙы еңеп, йәнә уға күтәрелдек. Бик арыныҡ, әммә унан алған ләззәт ошоға торошло ине. Быйыл дуҫтарыбыҙ һәм туғандарыбыҙ менән Әй йылғаһы буйлап һалда ағып төштөк. 15 километрға һуҙылған юл Дыуан районының Юғыҙ ауылында башланды һәм Мәтәүлелә тамамланды. Ике көн дауамында ағып төштөк, бер төн ҡырҙа үткәрергә тура килде. Йылға буйлап ағып төшөүҙә ҡатнашыусылар һаны 18-гә етте. Киләсәктә Белорет районының Айғыр тауына барырға йыйынабыҙ.

– Сәйәхәт мәлендә тирә яҡты танып белеү һәм тәбиғәтте өйрәнеүҙән тыш ғаиләбеҙ менән булыу мөмкинселеге лә тыуа. Шулай уҡ яңы тәьҫораттар туплайбыҙ, көндәлек тормошта күреп бармаған матурлыҡты күҙәтәбеҙ. Яңы кешеләр менән танышабыҙ, аралашабыҙ, улар менән күрелгәндәрҙе уртаҡлашабыҙ, артабан нисек хәрәкәт итеүҙе планлаштырабыҙ, видеояҙмаларыбыҙҙы һәм фотоһүрәттәрҙе күрһәтәбеҙ, – ти Елена Владимировна.