Гүзәллек кешене нәфисләндерә, яҡтырта, рухи һәм әхлаҡи яҡтан сафландыра. 13 сентябрҙә ҡулдарында ҡайсы һәм тараҡты тылсымлы таяҡҡа әйләндерә, ижади ҡараштары, таланттары ярҙамында гүзәллек тыуҙыра белгән кешеләр үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.
Был көн хөрмәтенә беҙ кешеләргә матурлыҡ бүләк итеүсе Регина Дилмөхәмәтова менән әңгәмә үткәрҙек. Уға тәбиғәтебеҙ һәләтте лә, йомарт күңелде лә, күркәм холоҡ-фигелде лә йәлләмәй өләшкән.
– Регина, ябай, ләкин мөһим һорауҙан башлайым: ни өсөн һеҙ нәҡ ошо һөнәрҙе һайланығыҙ?
– Мәктәпте тамамлағандан һуң, мин менеджер һәм бухгалтер һөнәрҙәрен үҙләштерҙем. Ләкин тиҙҙән уларҙың күңелемә ятмағанлығын аңланым. Матурлыҡ өлкәһендә үҙемде һынап ҡарау уйы башыма кинәт килде. Бының өсөн мин Мәсетле районының халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә мөрәжәғәт иттем. Унда миңә үҙәк аша бушлай парикмахерҙар курсын үтергә мөмкин булыуы тураһында әйттеләр. Ярты йыл көткәндән һуң, ниһәйәт курстар башланырға бер көн ҡалғас, саҡырыу алдым. Уҡыу ваҡыты бик тиҙ һәм ҡыҙыҡлы үтте. Курстарҙан һуң районға илһамланып, яңы идеялар менән ҡайттым. Шунда уҡ эшкә сыҡтым һәм бына өс йыл инде эшкә байрамға килгән кеүек киләм!
– Һеҙҙең кеүек белгескә ниндәй сифаттар мөһим?
– Яҡшы парикмахер, иң тәүҙә, матурлыҡты күрә белергә, уның күҙ үлсәме яҡшы булырға тейеш. Шулай уҡ клиентҡа прическа килешһен өсөн уның холоҡ-фиғелен тойомлай белергә кәрәк. Шулай уҡ беҙҙең эштә арала- шыусанлыҡ кеүек сифат та бик мөһим.
– Эшегеҙҙә ниндәй ауырлыҡтар менән осрашырға тура килә?
– Иң ауыры – ул клиенттың теләген аңлау йәки тейешле тулҡынды тотоп алыу. Һәр кеше шәхси үҙенсәлектәргә эйә һәм матурлыҡты үҙенсә аңлай, шуға күрә кемгәлер оҙон, кемгәлер ҡыҫҡа сәсле прическа килешә. Беҙҙең эштә шундай осраҡтар ҙа була. Мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙ салонға социаль селтәрҙә тап-ҡан прическа фотоһы менән килә һәм нәҡ шундайҙы эшләүҙе талап итә. Ә уға әлеге прическаның бөтөнләй килешмәүен аңларға ла теләмәй. Бындай осраҡта, иң мөһиме, уртаҡ тел таба белеү һәм теге йәки был прическаның нес-кәлектәрен аңлатыу. Клиент ошо салон оҫтаһына тағы ла килһен өсөн белгес уның уйлағанын ысынбарлыҡта сағылдыра белергә тейеш.
– Һеҙ сәс киҫәһегеҙ, уны рәткә килтерәһегеҙ, прическа яһайһығыҙ һәм буятаһығыҙ. Ә һеҙгә, оҫта булараҡ, ҡайһы яҡыныраҡ?
– Миңә, һәр парикмахер-ға кеүек үк, иң мөһиме –клиенттарҙың ҡәнәғәт булыуы. Әгәр ҙә кешегә эшемдең һөҙөмтәһе оҡшай икән, мин шат. Был минең дөрөҫ һөнәр һайлауым тураһында һөйләй. Миңә кешеләрҙең бөгөнгө стереотиптарҙан алыҫлашыуы һәм үҙенең тормошонда нимәнелер, мәҫәлән прическаһын булһа ла, үҙгәртергә теләүе оҡшай. Мәҫәлән ҡатын-ҡыҙ салонға һары сәсле булып килә, ә ерән сәсле булып сығып китә.
– Хәҙер ниндәй прическалар популярлыҡ менән файҙалана?
– Үтә тәрбиәләүҙе талап итмәгәндәре. Бик матур прическа эшләргә була, ләкин кеше иртән йоҡоһонан уян-ғандан һуң, уны бер нәмә лә эшләтә алмаһа, уның шул уҡ парикмахерға ҡабаттан килеүе бик икеле. Шуға күрә клиенттың теләгенән тыш, тағы ла сәсте артабан тәрбиәләү һәм рәткә килтереү мөмкинлеген дә иҫәпкә алырға кәрәк.
– Был өлкәлә киләсәккә пландарығыҙ ниндәй?
– Артабан да камиллашыу, төрлө семинарҙар һәм күргәҙмәләргә йөрөү, тәжрибә уртаҡлашыу һәм башҡалар-ҙан яңы нәмәләр өйрәнеү.