Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
30 Июль 2019, 19:20

Иң юғары ҡиммәт

Бөгөн – Халыҡ-ара дуҫлыҡ көнө

Дуҫлыҡ – ул иң бөйөк социаль һәм әхлаҡи ҡиммәт, тип иҫәпләнеүе нигеҙһеҙ түгел. Ике йәки бер нисә кешенең үҙ-ара ундай мөнәсәбәттәре тормошҡа күңелле аралашыу шатлығын индерә һәм йыш ҡына тормош ауырлыҡтарын һәм проблемаларҙы еңергә ярҙам итә.

Ошо көн хөрмәтенә беҙ ауылыбыҙ кешеләре һәм ҡунаҡтарынан улар өсөн кешеләр араһындағы бындай төр мөнәсәбәттәрҙең ниндәй әһәмиәткә эйә булыуы хаҡында һораштыҡ.
Эльза Йосопова, 25 йәш:

“Дуҫлыҡта кешеләрҙе күңел берләштерә. Минең, мәҫәлән, тап эштә бик күп яҡшы таныштарым һәм дуҫтарым барлыҡҡа килде. Аралашыуға гел генә ваҡыт етеп бармай, әлбиттә, ләкин мин улар менән барыбер бәйләнеште тоторға тырышам. Уларға бер аҙнанан да, бер айҙан һуң да шылтырата алам, һәм был беҙҙең аралашыу-ҙа бер нисек тә сағылмаясаҡ икәнлеген беләм”.
Фәриҙә Мусина, 57 йәш:

“Минең өсөн дуҫлыҡ, тәү сиратта, тоғролоҡта күренә. Шулай уҡ дуҫлыҡта ышаныс, кәрәк саҡта ул кешегә таяна аласағыңды һәм уның һине ҡыйын хәлдә ҡалдырмаясағын аңлау мөһим. Ундай мөнәсәбәттәрҙә ҡағиҙәләр һәм бурыстар, көнәркәшлек йәки ҡыҫырыҡлау-ҙар барлыҡҡа килә башлай, был кеше менән аралашыуҙа кире сағылыш табырға мөмкин. Минең тормошомда инде өс тиҫтә йылдан ашыу дуҫлашҡан кешеләрем бар. Ләкин быға аңлатма таба алмайым. Моғайын, беҙ бер-беребеҙҙе ихтирам итәбеҙ һәм күп нәмәлә ҡараштарыбыҙ һәм мәнфәғәттәребеҙ тап киләлер”.
Илнур Сөләймәнов, 8 йәш:

“Дуҫ һәр ваҡыт һиңә ҡарата йомшаҡ, иғтибарлы һәм ярҙамсыл буласаҡ, ә ара боҙолоп кит-һә, һауаланып тормайынса ярашыуға барасаҡ. Ләкин дуҫлыҡты тотоу мөһим. Мәҫәлән, ҡайһы ваҡыт бергә йөрөргә йә икегеҙ өсөн дә ҡыҙыҡлы булған темаларға һөйләшеү өсөн шылтыратышып булһа ла алырға кәрәк. Минең ундай дуҫтарым бар, тормошомда уларҙың барлыҡҡа килеүенә шатмын, сөнки улар менән күпкә күңеллерәк”.
Макс Бережко, 28 йәш:

“Дуҫлыҡ иң юғары кешелек ҡиммәттәренә ҡарай. Яҡыныңдың кисерештәрен уртаҡлашыу, уртаҡ тел табыу һәм кешеләргә ышаныу һәләте – дуҫлашырға теләгән кеше өсөн кәрәкле нәмәләрҙең иң аҙ өлөшө.
Алина Сафиуллина, 15 йәш:

“Элегерәк мин күп хыянаттарға тарыным, шуға күрә дуҫлыҡҡа ышаныуҙан бөтөнләй туҡтаным, ләкин ваҡыт үтеү менән барыһы ла кешенең үҙенән тороуын һәм үҙеңдән башларға кәрәк икәнлеген аңланым, хәҙер эргәмдә ышаныслы дуҫым бар, бергә беҙ тауҙарҙы аҡтара алабыҙ!”