Ғаиләне, мөхәббәт һәм мөнәсәбәттәр гармонияһын оҙаҡ йылдар һаҡлап ҡалыу – ул тәүге осрашыу романтикаһы түгел. Уға ирешеү өсөн ир менән ҡатынға оҙаҡ йылдар дауамында тырышлыҡ һалырға кәрәк. Шуға күрә татыу һәм бәхетле ғүмер кисергән пар-ҙар бары тик хөрмәт һәм маҡтауға лайыҡ.
Оло Ыҡтамаҡ ауылында матур ғаилә пары – Зилиә Ҡазый ҡыҙы һәм Илфат Рәф-ҡәт улы йәшәй. Егерме йыл улар бер-береһен аңлап, килешеп, бәхетле ғүмер кисерә. Йосоповтарҙың балалары өсәү: улдары Иҙел менән Ирек, ҡыҙҙары Иделия.
– Беҙ 1995 йылда “Байрам” ансамблендә бейеп йөрөгәндә бер-беребеҙгә күҙ һалдыҡ. Ә хистәре тураһында Илфат шунда уҡ белдермәне, – тип һөйләй Зилиә Ҡазый ҡыҙы.
Ул ваҡытта Йосоповтар Нуриманов исемендәге колхозда эшләй, кистәрен эштән буш ваҡытта ауыл йәштәре менән концерттар ҡуйып бейеп йөрөйҙәр. Күпмелер ваҡыттан бейеү уларҙың тормош мәғәнәһенә әйләнә. Улар йыш ҡына район кимәлендәге мәҙәни сараларҙа ҡатнаша, район намыҫын яҡлап республика конкурстарында сығыш яһайҙар. Шул ваҡытта уларҙың һәләтен һәм хеҙмәтен күреп ҡалалар һәм район Мәҙәниәт һарайына эшкә саҡыралар. Артабан Илфат Рәфҡәт улы Мәскәү мәҙәниәт һәм сәнғәт университетында хореограф-балетмейстер һөнәрен ала. Ә Зилиә Ҡазый ҡыҙы үҙен тулыһынса ғаиләһенә бағышларға була, әммә бейеүҙе ташламай. Бергә улар йыш ҡына “Аҡбуҙат” ғаилә ансамбле менән район, республика конкурстарында, фес-тиваль һәм сараларында ҡатнаша. Уларҙың репертуарында ғаилә усағын тулыһынса сағылдырған “Йосоповтар утары” бейеүе бар. Улар үҙҙәре лә бит, бал ҡорттары кеүек, арыу белмәй хеҙмәт итә.
Быйыл район үҙәгендә ғаилә аллеяһы булдырылды. Унда ағастар ултыртыу өсөн өлгөлө 15 ғаилә саҡырылды. Араларында Йосоповтар лайыҡлы урын биләне.
Ир менән ҡатын бәхетте балаларҙа, уларҙың именлегендә, бәхетле бала саҡтарында, уларҙың ҡаҙаныштарында күрә. Балалар өсөн иң яҡшы өлгө – ата-әсәләренең бер-берҙәренә йылы мөнәсәбәттәре. Ә ныҡлы ғаилә, ата-әсәнең ярҙамы – мәктәптә, спортта, хеҙмәттә һәм ижадта уңыш нигеҙе.
Зилиә менән Илфаттың өйҙәре – яҡты һәм уңайлы. Бында ғаилә бәхете һәм яҡтылыҡ бөркөлә. Тәрбиәле ихата, матур сәскәләр менән ҙур баҡса, өйҙә таҙалыҡ һәм тәртип, тәмле өй ризығы еҫе. Нәҡ шуларҙан төҙөлә лә инде бәләкәй генә, әммә бәхетле ғаилә усағы.