Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
22 Июнь 2019, 21:35

Һабанаҡ ауылында Мир ҡорбаны үтте

Илебеҙ бөгөн үҙенең тарихындағы иң ҡайғылы датаны билдәләй. 78 йыл элек тап 22 июнь таңында фашистар армияһы тыныс илебеҙгә хыянатсыл баҫып инә – Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Миллиондарса ҡорбан алған һәм дүрт йыл дауамында һуҙылған һуғыш Рәсәйҙең һәр ғаиләһенә ҡағыла.

Тап ошо көндө Мәсетле районының бер ауылында Мир ҡорбаны үткәреү йолаға ингән (һуңғы йылдарҙа июнь айына ураҙа тура килеү сәбәпле, ул уҙғарылмай торҙо). Быйыл район етәкселеге сараны ҡайҙа үткәрәбеҙ тигәс, һабанаҡтар теләк белдереп, был яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алды.

Сара мәктәп алдынан башланды. Унда район Хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова, ауыл биләмәләре башлыҡтары, имамдар, ауыл халҡы һәм ҡунаҡтары ҡатнашты. Иң тәүҙә яҡташыбыҙ, бөгөнгө көндә Иглин районы имамы Илшат Ғәтиәтуллин Ҡөръән уҡыны, доғалар ҡылды. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренең яҡты иҫтәлеген мәң¬геләштергән стелаға сәскәләр һалынды.

Анзалита Мусина ауылдың тарихы тураһында һөйләне, иҫтәлекле урындар буйлап экскурси ойошторҙо. Сараға йыйылыусылар башта хәҙерге мәсет ҡаршыһына туҡтаны. Ул 1895 йылда 12 ауылды берләштергән Оло Ҡошсо волосы үҙәге булараҡ төҙөлгән. Ошо бинала Ҡыйғы яғынан Ғимран Вилданов рәйеслегендә волость советы ағзалары йыйылышҡан.

100 йыл элек Совет власы урынлашыу менән беҙҙең төбәктә коллективлаштырыуҙың тәүге башланғыстары барлыҡҡа килә. 1918 йылдың апрелендә яңы ҡоролош өсөн янып-көйгән коммунистар Ыҡтамаҡта тәүге хеҙмәт коммунаһы төҙөргә ҡарар итә. Был башланғысҡа Дыуан-Мә¬сетле, Һабанаҡ һәм башҡа ауылдарҙың активистары ла ҡушыла. Әммә байҙар ҡатламына ҡараған кулак-сауҙагәрҙәр ауыл¬дағы үҙгәртеп ҡороуҙарҙы йәше¬рен асыу менән күҙәтә һәм 1918 йылдың июнендә Совет власы дошмандары йәшерен һүҙ ҡуйышып, большевиктарҙан һәм коммунар¬ҙарҙан үс ала. Яңы тормош яҡлы¬ларҙың күптәре атып, туҡмап, йыртҡыстарса язалап үлтерелә, ә бәғзеләре дөйөм соҡорға те¬реләй күмелә. Һабанаҡ ауылының туғандар ҡәберле¬гендә 27 совет власы активисы ерләнгән. Киләһе урын – ошо революция дошмандары тарафынан үлтерелгән ҡорбандар иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск булды.

Артабан барыһы ла Һыйыртауға күтәрелде. Тау башынан асылған иҫ киткес күренеште барыһы ла һоҡланып күҙәтте, иҫтәлеккә фотоға төштө. Сара ауыл йәштәре инициативаһы менән эшләнгән сәхнәлә дауам итте. Әнис Ҡасим улы һабанаҡтарға мәғәнәле һәм кәрәкле йыйын үткәргәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Һабанаҡтан һуғышҡа 151 кеше китә, шуларҙың 89-ына ғына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға насип була. Ватаныбыҙҙың азатлығы, бөгөнгө тыныс көнөбөҙ өсөн дәһшәтле һуғышта һәләк булғандарҙы, фронттан ҡайтып донъя ҡуйған атай-олатайҙарҙы һәм 1918 йылдың 18-22 июнендә Оло Ҡошсо волосында кулак фетнәселәре тарафынан үлтерелгән совет активистарын иҫкә алып бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде.

Ҙур булмаған концерттан һуң барыһы ла табынға – Ҡорбан ашына саҡырылды. Ҡорбанды һуғыштарҙа һәләк булған әруах¬тар рухына бағышлап Ғәли Йомаҙилов, Фәнүс Ҡасимов, Фларис Ғилметдинов, Рәхимйән Әхмәтйәнов, Алик Йәрмөхәмәтов салған.