Бөтә яңылыҡтар

Зарарлы мауығыу

31 майҙа – Бөтә донъя тәмәкенән баш тартыу көнө Тәмәкегә бәйлелек кешелек тарихында иң киң таралған эпидемияларҙың береһе тип табылған.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәйҙә халыҡтың сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуы бик түбән кимәлдә. Илебеҙҙә 40-45 млн кеше даими тәмәке тарта. Беҙҙә тартыусылар һанының артыу темпы донъя- ла иң юғарыларҙан һанала: һуңғы өс йылда илебеҙҙә тәмәке тартыу иҫәбе йылына 2-5 процентҡа артҡан, тәмәке тартыусылар һаны йыл һайын 1,5-2 процентҡа артып бара. Ҡатын-ҡыҙҙар, йәштәр, үҫмерҙәр, балалар араһында тәмәке таралыу ала.

Ҡатын-ҡыҙға тәмәке һис кенә лә килешмәй

Тәмәке тартыу һәм нәҫел. Әгәр ҡатын көнөнә 10 тәмәке тартһа, уның балаға уҙыу ихтималлығы ике тапҡырға кәмей, сөнки нәҡ түл күҙәнәге тәмәке төтөнөнөң бар зарарлы матдәләрен үҙендә һаҡлай һәм шунлыҡтан аталаныуға һәләтен юғалта. Әгәр ҡатындар тәмәке тартҡанда гормонлы контрацептивтар ҙа ҡулланһа, улар был осраҡта ғүмерҙәрен икеләтә хәүеф аҫтына ҡуя: йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренең, шул иҫәптән инфаркттың барлыҡҡа килеү хәүефе арта.

Даими тартҡан йөклө ҡатындарҙың ауыры тартмағандарға ҡарағанда 5 тапҡырға йышыраҡ төшә.

Тәмәке тартҡан ҡатын иҫән бала тапһа ла уның эҙемтәләре күпмелер ваҡыттан баланың сәләмәтлегендә һиҙелергә мөмкин: баланың матдәләр алмашыныуы боҙола, әкрен үҫә, аҡыл үҫеше буйынса тиҫтерҙәренән ҡалыша.

Сәләмәт бала тыуыуын теләһәгеҙ, балаға уҙғанға тиклем кәм тигәндә 6 ай алдан тартыу-ҙы ташларға кәрәк. Ошо ваҡыт эсендә организм таҙарына һәм никотиндан һуң тергеҙелә.

Һеҙ тәмәке тартмаһағыҙ ҙа ирегеҙҙең ундай насар ғәҙәте булһа, был да һеҙҙең һәм тыуасаҡ балағыҙҙың сәләмәтлегенә насар йоғонто яһай. Шуға күрә өйҙә йөклө ҡатын һәм бәләкәй бала бар икән, тартыуҙы ташларға кәрәк.

Тәмәке һәм тышҡы ҡиәфәт. Тәмәке ҡатын-ҡыҙҙың матурлығын ебәрә. Тырнаҡ, тире, сәс, тештәр... Бер-ике йыл әүҙем тәмәке тартҡандан һуң, уларҙың матурлығы тураһында онотор-ға ла була. Кариес бик тә никотинды ярата. Шуға күрә стоматологка ла йышыраҡ йөрөргә, аҡ тештәр тураһында оноторға ла тура киләсәк.

Үҫмер һәм тәмәке

Тартыу уҡылған материалды ҡабул итеүҙе һәм иҫтә ҡалдырыуҙы, аныҡ иҫәпләүҙе ҡатмарлаштыра, хәтерҙе насарайта. Тәмәкенән бүленгән зарарлы матдәләр башты ауырттыра, кеше ҡыҙыусанға әйләнә, эшкә һәләт кәмей. Үтә иртә тәмәке тарта башлау үҫеүҙе тотҡарлай, физик көстө, сыҙамлылыҡты, хәрәкәт итеү тиҙлеген кәметә.

Ҡыҙғанысҡа күрә, йәш үҙенсәлектәре арҡаһында үҫмерҙәр тәмәкенең ғүмер өсөн хәүефле икәнлеген аңлап етмәй.

Алек ЯРУЛЛИН,

үҙәк район дауаханаһы психиатр-наркологы.