Бөтә яңылыҡтар

Беҙҙең сиктәр – ышаныслы ҡулдарҙа

28 май – сик һаҡсылары көнө Был көн – илебеҙҙә иң хөрмәтле байрамдарҙың береһе. Сик һаҡсылары Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә элита ғәскәре булып иҫәпләнә. Әммә улар-ҙың әһәмиәте унда түгел, ә һәр аҙым өсөн ҙур яуаплылыҡта.

Беҙҙә лә үҙ ваҡытында сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән райондаштарыбыҙ йәшәй һәм эшләй. Улар диңгеҙҙә лә, тауҙарҙа ла, мәңгелек ҡыш һәм ҡурып алып барған дала ерҙәрендә лә хеҙмәт иткән. Шундай сик буйы һаҡсыларының береһе – Ҡораллы Көстәр сафына 1983 йылдың апрелендә алынған Сәғит Яҡупов.

– Комсомол путевкаһы буйынса мине Балтика буйы сик ғәскәрҙәренә ебәрҙеләр. Ул йылдарҙа республикабыҙҙың комсомолы ошо территорияларҙы шефлыҡҡа алғайны. Хәрби хеҙмәттең тәүге айын Калининград ҡалаһының уҡыу пунктында үттем, артабан Эстон ССР-ының Палдиски ҡалаһы эргәһендә сержанттар составы мәктәбенә ебәрҙеләр. Шулай итеп мин Башҡортостаныбыҙҙың милли батыры Салауат Юлаевтың һуңғы йылдарын үткәргән ерҙә булдым. Хеҙмәт иткән йылдар мәңге хәтеремдә һаҡлана, – ти Сәғит Мәғәриф улы.

Сержанттар составының отряд-ара мәктәбе командирҙар әҙерләй. Уҡыу программаһында һәр төр атыу ҡоралдарынан атыу ҡаралған була. Хәрби, тактик, физик әҙерлек сик буйында ҡарауылда тороу менән алып барыла. Был мәктәпте тамамлаусыларҙың күбеһе бөтә СССР буйынса сик буйы заставаларына китә, Афғанстанға алыныусылар ҙа аҙ булмай.

Сәғит Яҡупов мәктәпте тик “бишле” билдәләренә генә тамамлай һәм уны курс командиры итеп ҡалдыралар. Уға йәш һалдаттарҙы хәрби алымдарға һәм сик буйы хеҙмәте үҙенсәлектәренә өйрәтергә тура килә. 1985 йылдың майында запасҡа оҙатыла.

Сәғит Мәғәриф улы – бөтә илебеҙҙә башҡарылған сик буйы хеҙмәте тураһында күп йырҙар авторы. Бик йыш һалдат һәм авторҙар йыры фести-валдәрендә ҡатнаша. 2013 йылда “Теплая” заставаһын булдыра. Бына инде бишенсе йыл сик буйында хеҙмәт иткән Мәсетле һалдаттары байрамда шунда осраша.