Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
29 Апрель 2019, 13:14

Һөнәргә һөйөү менән

29 апрель – Халыҡ-ара бейеү көнө


Гөлгөнә Насирова, Альбина Вәлинурова, Зарифйән Ғарипов, Лилиә Аллаярова. Нәҡ улар Балалар сәнғәт мәктәбендә балаларҙы бейеү серҙәренә төшөндөрә. Бөгөн һүҙебеҙ юғары категориялы педагог, үҙ эшенең оҫтаһы Лилиә Әмирйән ҡыҙы хаҡында. 20 йылға яҡын ул ошо һөнәргә тоғро ҡала.

2000 йылда Мәскәү дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университетының “Хореография сәнғәте” бүлеген тамамлағас, ул тыуған ауылы Оло Ыҡтамаҡта “Әй” халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе булып эш башлай. Ул ваҡытта белгестәр етмәгәнлектән, Балалар сәнғәт мәктәбенә халыҡ, классик, бал бейеүҙәре дәрестәрен алып барырға саҡыралар.

Лилиә Аллаярова үҙ предметы буйынса төплө белем биреп кенә ҡалмай, балаларҙы үҙ халҡының мәҙәниәтенә, традицияларына ылыҡтыра, шәхес булараҡ тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлә. Бында, әлбиттә, уның Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Педагогика һәм психология” факультетында алған белеме ярҙам итә. Педагогтың эшмәкәрлегендәге төп сифаты – барлыҡ уҡыусыларына, шулай уҡ үҙенә талапсанлыҡ.

2003 йылда ул сәнғәт мәктәбе базаһында “Йәйғор” ансамблен ойоштора. Ижади коллективта 7-15 йәштәге 35-кә яҡын һәләтле бала шөғөлләнә. Улар байрам концерттарының һәм башҡа мәҙәни сараларҙың төп биҙәге булып тора. Ошо йылдар эсендә ансамбль төрлө милләт бейеүҙәренән торған үҙ репертуарын булдырған. Башҡортостандың 100 йыллығына арналған “Таланттар йондоҙлоғо” төбәк-ара балалар халыҡ бейеүҙәре фестивалендә “Йәйғор” хореография ансамбле “Халыҡ-сәхнә бейеүе” номинацияһында I дәрәжә лауреат исемен яуланы. 2018 йылда “Дан йырлайым, һиңә тыуған ерем!” халыҡ ижады район фестивалендә лауреат дипломы менән бүләкләнә. Красноуфимск ҡалаһында уҙған “Жемчужина танцпола – 2018” конкурсында улар II дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булалар. 2014 йылда шул уҡ конкурста ижади коллектив I дәрәжә диплом яулай. Был – уларҙың наградаларының бер өлөшө генә.

Лилиә Аллаярованың тәрбиәләнеүселәренең ҡайһы берҙәре “Әй” халыҡ бейеүҙәре ансамбле составына ингән. Икенселәре хореография йүнәлешен һайлап, бөгөн уңышлы эшләп йөрөйҙәр. Үҙе ул концерт эшмәкәрлеген дә алып бара. Эшенән буш ваҡытында ойошмаларға һәм учреждениеларға бейеү ҡуйырға ярҙам итә. Рәхмәт хаттары, почет грамоталары, дипломдар менән бүләкләнгән. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәне өсөн БР Премьер-министры урынбаҫары ҡулынан Почет грамотаһы ала.

Балалар сәнғәт мәктәбе директоры Лариса Фәрхетдинова әйтеүенсә, Лилиә Әмирйән ҡыҙы эшләү осоронда балалар һәм ата-әсәләр, коллегалары араһында абруй һәм хөрмәт ҡаҙанған.