Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
15 Апрель 2019, 16:06

“Мин осоштоң шаһиты булдым…”

Рәсәйҙә 12 апрелдә Космонавтика көнө билдәләнә

Был дата кешенең беренсе тапҡыр космосҡа осоуы хөрмәтенә булды- рылған. 1961 йылда совет космонавы Юрий Гагарин “Восток-1” карабында “Байконур” космодромынан старт ала һәм донъяла беренсе тапҡыр Ер планетаһы орбитаһын урап сыға. Ер шары тирәләй урап сығыу 1 сәғәт тә 48 минут дауам итә.

Был дата кешенең беренсе тапҡыр космосҡа осоуы хөрмәтенә булды- рылған. 1961 йылда совет космонавы Юрий Гагарин “Восток-1” карабында “Байконур” космодромынан старт ала һәм донъяла беренсе тапҡыр Ер планетаһы орбитаһын урап сыға. Ер шары тирәләй урап сығыу 1 сәғәт тә 48 минут дауам итә.

Мазһар Аҙнабаев өсөн был дата кеше рухының тәбиғәтте һәм ерҙең тартыу көсөн еңеү символы ғына түгел, ә онотолмаҫлыҡ көн дә. Ул ошо ваҡиғаларҙа туранан-тура ҡатнашыусы булған. Барыһы хаҡында ла тәртип буйынса.

Тимерәк ауылының йәш егете хәрби хеҙмәткә 1961 йылда алына. Хеҙмәтен ул рядовой булып Түбәнге Тагилда башлай. Бер ни тиклем ваҡыттан ирекмәндәр йыялар, уларҙың ҙур өлөшөн етемдәр тәшкил итә. Араларында Мазһар Муллабай улы ла була. Һалдаттарҙың был төркөмөн Тюратам полигонына (үҙе үк “Байконур” космодромы) ебәрәләр.

Был ваҡытта полигонда Р-16 континент-ара баллистик ракетаһын осороу буйынса бер нисә һынау уҙғарыл- ғанда була. Уларҙың береһе фажиғәле рәүештә тамамлана: план буйынса ебәреүгә 30 минут ҡалғас двигатель рөхсәт-һеҙ ҡабыҙыла, шуның һөҙөмтәһендә беренсе баҫҡыстағы бактар боҙола һәм ракета яғыулығы компоненттары шартлап янғын сыға. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса янғында 74 кеше һәләк була. Һуңыраҡ бешеүҙән һәм яраланыуҙан тағы ла дүрт кеше үлә. Был һәләкәт тураһындағы мәғлүмәттәр сер итеп һаҡлана һәм совет киң мәғлүмәт сараларында был хаҡта бары тик 1989 йылда ғына телгә алына.

Составында беҙҙең яҡташ та булған һалдаттар командаһын ракета макетын осороу буйынса һынау эштәрен дауам итер өсөн полигонға ебәрәләр. Ул ракета яғыулығын (окислителде) һаҡлау, техник хеҙмәтләндереү, транспортировкалау менән бәйле эштәрҙә ҡатнаша. Һәләкәттән һуң ракета тирәһендә егермеләгән кеше була. Бер сәғәт әҙерлек иғлан ителгәндән һуң, кешеләрҙең бер өлөшө старт урынынан эвакуациялана.

Кесе сержант Аҙнабаев космодромда хеҙмәтен 1961 йылдың 12 апреленә ҡәҙәр дауам итә.

– Мин донъялағы иң бөйөк ваҡиғаға – кешенең йыһанға тәүге осошона шаһит булдым, – ти Мазһар Муллабай улы. – Шуға күрә ул көндәр минең хәтерҙә ныҡ уйылып ҡалды. Мин Советтар Союзы Геройы Юрий Гагариндың – ул саҡта әле беҙгә, ябай кешеләргә, билдәле булмаған йәш ирҙең полигонға килгәнен күрҙем. Әле хәҙер уның исемен бөтөн донъяла беләләр. Йыһан киңлегенә осош яһаған тәүге космонавтың йөҙө минең хәтерҙә һаман да тере. Әлбиттә, ул ваҡытта, СССР менән АҠШ араһында йыһанды үҙләштереү өлкәһендәге көсөргәнешле ярыш арҡаһында тәүге осош һәм уға әҙерлек бик ныҡ сер итеп һаҡланды. Шуға күрә функцияларыбыҙҙы һәм бурыстарыбыҙҙы аңлатыр алдынан, серҙе асмау тураһында ҡағыҙға ҡул ҡуйҙырҙылар һәм беҙҙә бер ниндәй яҙыу йәки фотография ла һаҡланманы.

Юрий Гагарин тарафынан яһалған орбита осошонан һуң, Мазһар Аҙнабаев яңы килгән ирекмәндәр менән ОК-1700 макетын заправкалау буйынса өлкән итеп тәғәйенләнеүселәр иҫәбендә була. Ә 1966 йылда демобилизациялана.

Ватанға өлгөлө хеҙмәте өсөн ул “Еңеүҙең егерме йылы” юбилей миҙалы, “Ирекмән” билдәһе, полк командирының дүрт почет грамотаһы менән бүләкләнгән.


Былар ҡыҙыҡлы

Иҫтәлекле датаны байрам итеү менән бәйле бихисап ҡыҙыҡлы ваҡиғалар һәм факттар бар.

Тәүге яһалма спутник 1957 йылда ебәрелә һәм ер тирәләй орбитаға уңышлы сыға. Ул 92 көн йәшәй.

“Спутник-2” бортында беренсе тапҡыр тере пассажир – Лайка эте менән ебәрелә. Үкенескә күрә, температураның бик ныҡ күтәрелеүе арҡаһында ул бер-нисә сәғәттән һуң һәләк була. Уның артынса орбитаға легендар Белка һәм Стрелка юл тота, улар имен-һау әйләнеп ҡайта. Йыһанда улар тотош бер тәүлекте үткәрә.

Йәнлектәр осошонан һуң арта- банғы осоштарға кешеләрҙе әҙерләү мөмкин була. 1968 йылда шундай экспедицияларҙа гөбөргәйелдәр ҡатнаша, улар Ай тирәләй “Зонд-5” совет карабы бортында оса.

Асыҡ йыһанға беренсе аҙым яһаусы – күренекле легендар космонавт Алексей Леонов.

Космосҡа осоусы тәүге гүзәл зат, әлбиттә, совет ҡатын-ҡыҙҙары вәкиле Валентина Терешкова була, уның “Восток-5” йыһан карабындағы сәйәхәте өс тәүлек дауам итә.

Советтар Союзының башҡа космонавтары ла ҙур рекордтар ҡуя. Улар йыһан шарттарында булған һайын батырлыҡтар яһай. Сергей Крикалев орбитала алты тапҡыр була, уның дөйөм осоштары оҙайлығы 803 көндән ашыу тәшкил иткән.

Геннадий Падалка, бөтә рекордтарҙы ла үтеп, ике йылдан ашыу космик станцияла йәшәй.