Был байрам традиция буйынса “Театр – халыҡтар араһында үҙ-ара аңлашыу һәм тыныслыҡты нығытыу сараһы” девизы менән үтә. Быйыл ул 2019 йылдың Театр йылы тип иғлан ителеүе менән дә иғтибарға лайыҡ.
Тамашасыларҙы спектаклдәре менән бер нисә тапҡыр ҡыуандырған талантлы коллектив беҙҙең районда ла бар.
2009 йылды “Илһам” театр студияһы эшләй башлаған йыл тип атарға була. Ул саҡта Энгельс Ғәлиәкбәров Тәскирә Даянова әҫәрҙәренең береһен сәхнәлә ҡуйыу өсөн Һабанаҡ мәктәбе уҡыу- сыларын берләштерә. Спектаклгә “Айҙар+Дилә” тип исем бирәләр. Был постановка “Алтын тирмә” республика халыҡ театрҙары фестивалендә II урын ала. Йәштәр коллективы “Өлгөлө” исеменә лайыҡ була.
2014 йылдан башҡорт халыҡ театрына Эльвира Рамазанова етәкселек итә.
– Коллективҡа 12 артист инә, – ти ул. – Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренән тыш, мәҫәлән, Руслан Хәйретдинов – физкультура уҡытыусыһы, Зәлифә Ғәйнуллина – крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы, Айтуған Таһиров – башланғыс кластар уҡытыусыһы, Рәзилә Басирова – Мәсетле балалар шифаханаһының медицина хеҙмәткәре. Студияла пенсионерҙар ҙа шөғөлләнә, улар: Рәфисә Дәүләтшина һәм Альмира Йомағолова. Улар – сәхнәлә төрлө образдарҙы кәүҙәләндерә белгән талантлы кешеләр.
Бөгөн коллектив “халыҡ” исемен йөрөтә һәм йыл һайын уны уңышлы раҫлай. “Илһам”дың үткер юморлы, башҡаларҙан айырылып торған сағыу сифаттарға һәм башҡарыу оҫталығына эйә кешеләр берләшмәһе булыуына мәсетлеләр бер нисә ҡабат инанды. Сөнки коллектив район ауылдары клубтары сәхнәләрендә тамашасыларҙы ҡыуандыра.
Коллективтың һуңғы эштәренең береһе Әнғәм Атнабаев пьсеһы буйынса ҡуйылған “Игеҙәктәр” комедияһы булды. Ул тамашасылар араһында уңыш яуланы, күптәр яҡшы тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Театр студияһы сығыштары райондың мәҙәни тормошоноң айырып алғыһыҙ өлөшөнә әйләнде. Коллектив һәр төрлө фестивалдәрҙә, байрамдарҙа, иртәлектәр-ҙә ҡатнаша.
Әйтергә кәрәк, күптән түгел театр пос-тановкалары район халҡында популярлыҡ алды. Ундай тамашаларҙа залда тамашасылар күберәк була башланы, шулай уҡ сәхнәлә уйнап ҡарар өсөн труппаға инергә теләк белдереүселәр артты. Ә бының өсөн кешенең ниндәй һөнәр эйәһе булыуы ла мөһим түгел.
Күптән түгел Театр йылы уңайынан “Мәсетле хазиналары” район театр коллективтары фестивале старт алды. Ижади эстафета ауыл биләмәләре буйынса тапшырыла. Үҙешмәкәр артистарҙың инде тәүге сығыштары уҡ район ауылдарында ысынлап та тыумыштан һәләтле, әүҙем, башҡарыу оҫталығына эйә кешеләр йәшәүен күрһәтте. Фестиваль апрелдә район Мәҙәниәт һарайында тамамланасаҡ, унда “Илһам” тамашасылар хөкөмөнә “Һыу ҡойоһо” комедияһын тәҡдим итәсәк.
Сентябрҙә шундай фестиваль республиканың барлыҡ төньяҡ-көнсығыш райондарын берләштерәсәк. Беҙҙең театр-студия “Ай тотолған төндә” спектаклен әҙерләй.
– Һәр сығыш, һәр роль – ул тотош бер ғүмер һәм үҙеңде күрһәтер өсөн яңы мөмкинлек. Беҙҙең коллективтың хыялы – районда ғына түгел, ә республика кимәлендәге ҙур сәхнәләрҙә, фестивалдәрҙә һәм конкурстарҙа ҡатнашыу, – ти театр етәксеһе труппаның пландары менән уртаҡлашып.