– Минең өлкән улым вахталары араһында такси йөрөтә. Уның урынына бер нисә тапҡыр миңә лә сығырға тура килде. Шулай итеп башланым мин был өлкәлә юлымды. Оҡшап төштө, – ти ул. – Бынан тыш, беҙҙә кешеләр бик алсаҡ, улар менән аралашыу үҙе бер ләззәт бирә. Әммә араларында ҡыҙыуҙары ла осрап ҡуя. Шулай ҙа, миңә башлыса яҡшы кешеләр тура килә. Һөйләшеп китәбеҙ, күптәре күңелдәрен бушатып ала. Клиенттарҙың рәхмәттәре күңелдәрҙе күтәрә, илһамландыра. Өҫтәүенә, миңә машина менән идара итеү оҡшауын аңланым.
Такси саҡыртҡан ирҙәр руль артында гүзәл зат вәкиле ултырыуын күргәс, тәүҙә шикләнеберәк ҡарай.
– Ошондай хәл булды. Мин саҡырыу буйынса килгәс, ир кеше автомобилгә ултырыу- ҙан ҡырҡа баш тартты. Уны ҡатыны оҙаҡ ҡына күндерҙе. Мин уларҙы тәғәйен урынға алып барып еткергәс, ул минең яҡшы водитель булыуымды әйтте, – тип хәтерләй Гөлназ. – Береһендә автобусҡа һуңлаған пассажирҙар тура килде. Беҙгә уларҙың автобусын барып тоторға тура килде.
Тормош тәжрибәһенән күренеүенсә, ҡатын-ҡыҙҙар автомобилде ирҙәрҙән насар йөрөтмәй. Ә хатта иғтибарлыраҡ йөрөтә. Бынан тыш, улар балалар менән дә тиҙ уртаҡ тел таба.
– Минең даими клиенттарым – әсәйҙәр, – ти Гөлназ. – Эш графигым ирекле булһа ла, мин үҙ бурыстарыма яуаплы ҡарайым һәм һәр көн сығырға тырышам.