Мәсетле тормошо
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
15 Февраль 2019, 11:27

Һуғыш онотолмай

30 йыл элек Афғанстанда туғыҙ йылдан ашыуға һуҙылған һуғыш тамамлана. Үткәндәге хаталарҙы ҡабатламаҫ өсөн, беҙ ул ваҡиғалар тураһында оноторға тейеш түгел. Бер һуғыш та эҙһеҙ үтмәй: кемдер башын һалған, икенсе берәүҙәр күргәндәрен онота алмай.

– Афғанстандағы һуғыш йылдары тураһындағы хәтирәләрҙең сағыулығы кәмене инде, – ти Сергей Гладких. – Ләкин улар беҙҙең хәтерҙән бер юлы юйылырмы икән?!

Сергей Николаевич тыумышы менән Балаҡатай районының Ҡаранторау ауылынан. Армияға 1980 йылдың октябрендә алына. Хәрби уҡыуҙы Ленинград эргәһендә, Лебяжий ҡасабаһында үтә һәм двигателдәр һәм вертолеттар буйынса механик һөнәрен үҙләштерә. Уны тәүгеләр рәтендә Афғанстанға ебәрәләр.

Кандагар ҡалаһында рядовой Гладких вертолеттарҙы хеҙмәтләндерә, аэродромды һәм һуғыш кәрәк-яраҡтары складын һаҡлай. Ул хеҙмәтен Башҡортостан, Украина һәм Дағстан егеттәре менән бергә үтә.

Үлем гел йәнәш йөрөй. Һуғыш вертолеттарын хеҙмәтләндереү менән бергә, ул яраланған һәм һәләк булған хеҙмәттәштәренең кәүҙәләрен бушатыша, ә осоштарҙан һуң вертолеттарҙың салондарын ҡандан таҙарта.

– Бер нисә тапҡыр үҙем һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнаштым, – тип иҫенә төшөрә. – Дошман төркөмдәренең ҡайҙа урынлашыуҙарын алдан белешеп, уларҙың территорияларына оса, вертолеттан бомбалар ташлай, ә һуңынан пулемет менән атып сыға инек.

Мейеһе һелкенеп һәм ҡаймығыуҙар менән госпиталгә эләгә. Санчастә бер ай дауалана, шунан һуң инде яңынан сафта була.

Бик яҡшы хеҙмәте өсөн “Рәхмәтле афған халҡынан”, “СССР Ҡораллы Көстәренең 70 йылы” миҙалдары, совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың юбилей миҙалдары һәм “Яугир-интернационалисҡа” билдәһе менән бүләкләнә.

Сергей Николаевич өйөнә 1982 йылдың октябрендә ҡайта. Тыныс тормош-ҡа шунда уҡ күнегеп китә алмай, әммә ваҡыт дауалай. Ваҡыт үтеү менән йоҡоһо ла тыныслана, Афғанстандағы хеҙмәте тураһындағы хәтирәләре лә һирәгерәк иҫенә төшә.

“Ленин юлы” колхозында эш башлай, өйләнә. 1986 йылда ғаиләһе менән Түбәнге Бобин ауылына күсенә. Шул саҡтан бирле “Ленинский” АПК-һында механизатор булып эшләй, бер нисә тап-ҡыр производство алдынғыһы була. 2015 йылда “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеме бирелә.