Ысын күңелдән һеҙҙе совет ғәскәрҙәрен Афғанстан Демократик Республикаһынан сығарыуҙың 30 йыллығы менән ҡотлайым.
1989 йылдың 15 февралендә Афғанстандан совет ғәскәрҙәренең сикләнгән контингенты сығарыла. Бөгөн беҙ яугир һәм гражданлыҡ бурысын ҡыйыулыҡ һәм ғәййәрлек күрһәтеп намыҫ менән һәм ҡаһармандарса үтәгәндәргә рәхмәт белдерәбеҙ һәм һәләк булған ватандаштарыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алабыҙ.
Һеҙгә һәм туғандарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм уңыштар теләйем.
Башҡортостан Республикаһының Һуғыш хәрәкәттәре ветерандары йәмәғәт ойошмаларының координация советы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты.
Хөрмәтле яугир-интернационалистар!
Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 30 йыл ваҡыт үтеп китте. 15 февралдә Ватаныбыҙҙан ситтә хеҙмәт бурысын үтәгәндә хәрби бәрелештәрҙә һәләк булған яҡташтарыбыҙҙы иҫкә алабыҙ, яугир-интернационалис-тарға хөрмәт күрһәтәбеҙ.
Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәр – Ватаныбыҙ тарихында ябай булмаған күренеш. Илебеҙ хәрбиҙәре һәм белгестәре ун йылға яҡын үтә ауыр шарттарҙа дәүләт ҡуйған бурыстарҙы үтәп, үҙ-үҙҙәрен аямай, ныҡлылыҡ, батырлыҡ күрһәттеләр. Совет һалдаттары үҙ иленең сиктәренә яҡынлашҡан халыҡ-ара терроризм һәм наркотик индереүселәр көсөнә тауҙар һәм сүлдәр ерендә ҡаршы торҙо – уларҙың батырлығы шунда.
Яугир-интернационалистар бөгөн дә үҙ-ара хәрби туғанлыҡ ептәре менән ныҡ бәйләнгән. Хәрби хәрәкәттәр ветерандары йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, иптәштәренә ярҙам итә, үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында һәм әхлаҡи тәрбиәләү тураһында хәстәрлек күрәләр.
Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға, уларҙың туғандары һәм яҡындарына ныҡлы сәләмәтлек, именлек, баш осонда тыныс күк йөҙө теләйем!
Үҙенең интернациональ бурысын үтәп, бөгөн арабыҙҙа булмағандар мәңге беҙҙең хәтерҙә һаҡлана.
Дыуан, Мәсетле, Салауат райондарының хәрби комиссары.