Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
3 Декабрь 2018, 12:07

Бөгөн ВИЧ – хөкөм түгел

26 ноябрҙән 1 декабргә тиклем “СтопВИЧ/СПИД” бөтә Рәсәй акцияһы үтә, уның бурысы – ВИЧ-инфекция һәм СПИД проблемаһына иғтибар йәлеп итеү.

ВИЧ- инфекция – кеше иммунодефициты вирусы тарафынан тыу- ҙырылған инфекцион хроник сир. Ул иммун системаһының уны бөтөнләй юҡҡа сығарыуға килтереүсе үҙенсәлекле зарарланыуы менән характерлана, икенсел сирҙәр һәм яман шештәр үҫешә башлай.

ВИЧ – медицинаға ҡағылышы булмаған (стериль булмаған шприцтар, энәләр, инструменттар файҙаланыу, татуировкалар яһау, косметик, маникюр һәм педикюр процедуралар уҙғарыу) һәм медицина ҡыҫылышы ваҡытында (ВИЧ менән инфицирланған стериль булмаған инструменттарҙы файҙаланғанда, органдар һәм туҡымаларҙы күсереп ултыртҡанда, ҡан биргәндә); енси (гомо- һәм гетеросексуаль) бәйләнештәр мәлендә; лайлалы йәки яралы урын ҡан менән бәйләнештә булғанда йоға. Бала ВИЧ-инфицирланған әсәнән йөклө ваҡытта, баланы тыуҙырғанда һәм күкрәк һөтөн имеҙгән саҡта күсә.

ВИЧ-инфекция сирен әлеге ваҡытта дауалап булмай, ауырыуға сир барышын әкренәйтергә һәләтле вирусҡа ҡаршы дауа тәғәйенләнә. Заманса дауалау арҡаһында сир хроник сирҙәр рәтенә күсте. Ваҡытында башланған медикаментоз терапия һәм дауала- ныуға тартылыу ВИЧ-инфекциялы кешегә тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итергә мөмкинлек бирә. Рәсәй Федерацияһында был сиргә дусар булған һәр гражданға кәрәкле дарыу бушлай бирелә. ВИЧ-тың әсәнән балаға вертикаль тапшырылыуы тулыһынса тиерлек туҡтатылған, һәм ВИЧ-инфицирланған әсәләрҙең балаларының инде 98 проценты сәләмәт булып тыуа.


Ваҡытында яһалған диагнос-тика һәм дауаланыу инфицирлан-ған кешегә нормаль тормош менән йәшәргә, ғаилә ҡорорға мөмкинлек бирә. Клиник күрһәтмәләренә бәй-һеҙ, теләгән бер кеше ирекле рәүештә ВИЧ-ҡа тикшереү үтә ала. Үҙәк район дауаханаһының процедуралар кабинетына (№28) мөрәжәғәт итергә кәрәк. Үҙең менән паспорт алып килергә. Тикшереү бушлай уҙғарыла. Бары тик кешенең үҙ-үҙен тотошона яуаплы ҡарауы, ябай ҡағиҙәләрҙе үтәүе, шулай уҡ даими рәүештә тест үтеүе генә ВИЧ-инфекциянан һаҡлай һәм уның артабан таралыуына ҡамасаулай ала.


БЕЛЕШМӘ: Бөтөн донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы баһалары буйынса 37 миллиондан ашыу кеше ВИЧ менән йәшәй. Беҙҙең ил дә башҡаларҙан айырылмай: Рәсәйҙә бөгөн 800 меңдән ашыу ВИЧ-инфекциялы кеше йәшәй; был сир 200 меңдән ашыу кешенең ғүмерен өҙгән. Башҡортостан Республикаһында лаборатор юл менән 30721 ВИЧ-инфекциялы асыҡланған, әлеге сирҙән 8437 кеше үлгән, 4132 бала тыуған.

Мәсетле районында хәҙерге ваҡытта сирле 61 кеше теркәлгән, 2018 йылда яңынан 8 кеше асыҡланған, 8 сирле донъя ҡуйған.


Рима АЛЮКОВА,

Оло Ыҡтамаҡ ҮРД-һы табип-эпидемиологы.