Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
12 Ноябрь 2018, 16:00

Бөтөн донъя изгелек көнө

Йылы һүҙ таш иретер.

Һәр кем үҙ тормошонда шәф-ҡәтле, ярҙамсыл дуҫтары, йөрәкте йылытыусы һүҙҙәр һәм күңелде иретеүсе ғәмәлдәр булыуын теләй.

Йыл һайын 13 ноябрҙә Бөтөн донъя изгелек көнө билдәләнә. Ул башлыса Тымыҡ океан төбәгендә урынлашҡан илдәр һәм уларға эйәреүсе Англия беренсе тапҡыр “Бөтөн донъя изгелек өсөн хәрәкәт” тип исемләнгән симпозиум үткәргән ваҡытта, 1998 йылда, барлыҡҡа килә.

Бөтөн донъя изгелек көнө - ғәмәл байрамы. Кешегә нисә йәш, уның ҡайҙа йәшәүенә һәм ниндәй һөнәр эйәһе булыуына ҡарамаҫтан, ул изгелек эшләй: ҡатмарлы хәл-шарттарҙа баш-ҡаларҙы илһамландырыу өсөн яҡшы нәмәне күрә; дуҫтарының һәм ғаиләһенең һүҙҙәренә ҡолаҡ һала; үҙе йәшәгән донъяға яҡшыраҡ булырға ярҙам итеү өсөн ваҡыты, көс-дәрте һәм байлығы менән уртаҡлаша ала.

Тикшеренеүҙәр яҡшылыҡ, изгелек эшләүселәрҙең үҙҙәрен бәхетле тойоуын, һирәгерәк сирләүен һәм оҙаҡ йәшәүен күрһәтте. Ә үҙ тойғоларын йәшермәйенсә рәхмәт белдереүселәр һәм наҙ күрһәтеүселәр депрессиянан аҙыраҡ яфа күрә, оптимист була, иртәгәһе көнгә позитив ҡарай һәм тормоштарын гармониялы тип иҫәпләй.

Асыҡ сығанаҡтарҙан.