Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
7 Сентябрь 2018, 16:10

Һәр ҡатын-ҡыҙ гүзәл…

9 сентябрь – Халыҡ-ара матурлыҡ көнө Һәр гүзәл зат үҙенсә матур, һөйкөмлө. Ошо тәбиғәттән бирелгән гүзәллекте һаҡлап, заман талаптарынан ҡалышмай йәшәү мөһим бөгөн күп ҡатын-ҡыҙҙарға. Улар йыш ҡына ярҙам һорап матурлыҡ тыу-ҙырыусы оҫталарға мөрәжәғәт итә. Ошондай оҫталарҙың береһе булған Лидия Севастьянова өсөн эш ябай мауығыу-ҙан башлана. Бөгөн – ул профессиональ стилист, визажист, лешмейкер.

Бала сағында Лидия пластик хирург булырға хыяллана.

– Мин кешеләрҙе матурыраҡ итергә теләй инем, – тип һөйләй ул. – Әммә пластик операциялар тураһында тапшырыуҙар ҡарай торғас, хирург булыу теләгем юҡҡа сыҡты. Бәләкәйҙән үк сәс менән булырға ярата инем: һеңлеләремә, класташ ҡыҙҙарға төрлө прическалар эшләй торғайным.

Һөнәре буйынса Лидия – интерьер дизайнеры. Әммә был үткәндәрҙә ҡалған. Икенсе курста өҫтәп керпек үҫтереүсегә уҡып ала. Тәүҙә был эш уға ауыр тойола. Шунлыҡтан бер-ике ай ҡулына пинцет алмай. Әммә әхирәттәре уны яңынан тотонорға саҡыра. Шулай башланып китә лә инде Лидияның матурлыҡ донъяһындағы тәүге аҙымдары.

2010 йылда Лидия эшкә әүҙем тотона. Мәсетле ҡыҙҙары өсөн өҫтәп керпек үҫтереү яңылыҡ була.

Бер аҙҙан ул маникюр, прическалар, макияж яһай башлай, ҡаштарға ла тотона. Бөгөн Лидия Севастьянова – бөтә йүнәлештәр буйынса ла сертификаты булған оҫта.

Яратҡан эште үҙләштереү өсөн шарттар тыуҙырырға уға ире Семен ярҙам итә. Нәҡ ул салон төҙөргә тәҡдим итә.

– Тәүҙә финанс яҡтан ауырлыҡтар булды, – тип хәтерләй Лидия. – Барыһын да үҙебеҙ эшләнек, бер кем дә ярҙам итмәне. Әммә яратҡан шөғөл менән булыу теләге булышты. Бер ҡайҙа ла еңел түгел, һәр һөнәрҙең үҙ ҡатмарлыҡтары бар. Әммә, теләгең булһа, тауҙар аҡтарырға ла мөмкин. Ә мин матурлыҡ тыуҙырырға яратам. Хәҙер ҡыҙҙар ғына түгел, өлкәнерәк ҡатындар ҙа мөрәжәғәт итә. Минеңсә, бөтә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа сибәр, оҫталар-ҙың бурысы – ошо матурлыҡты нығыраҡ асыу.

Лидияның фекеренсә, матурлыҡ – кешенең эске донъя-һы. Тирә-яҡ мөхит һәм үҙең менән гармонияла йәшәгәндә, яратҡан эшең менән шөғөлләнгәндә, яҡын кешеләреңә ярҙам иткәндә –ошонан да ҙурыраҡ бәхет юҡ донъяла.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.