Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
22 Август 2018, 11:46

22 август – Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө

Флаг – Рәсәй Федерацияһының дәүләт символикаларының береһе. Ул өс тигеҙ ҙурлыҡтағы горизонталь буйҙарҙан торған тура мөйөшлө туҡыманан ғибәрәт. Буйҙарҙың өҫтәгеһе – аҡ, уртансыһы – күк һәм аҫтағыһы – ҡыҙыл төҫтә. Флагтың киңлегенең буйына нисбәте 2:3.

1994 йылдың 20 авгусында Рәсәй Президенты Борис Ельцин “Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө тураһында” раҫлаған указы буйынса флаг көнө 22 августа үткәрелә.

Рәсәй триколоры тарихы 310 йылдан ашыу ваҡыт менән иҫәпләнә. Триколорға нигеҙ һалыусы тип 1705 йылдың 31 ғинуарында Указ сығарған Петр I танылған. Уға ярашлы, төрлө сауҙа судноларында аҡ-зәңгәр-ҡыҙыл төҫтәге флаг күтәрергә тейештәр. Туҡыманың өлгөһөн Петр I үҙе төшөргән һәм горизонталь һыҙаттарҙың тәртибен билдәләгән.

Әлеге ваҡытта башлыса (рәсми түгел) Рәсәй флагы төҫтәре ошолай аңлатыла: аҡ төҫ – тыныслыҡ, таҙалыҡ, намыҫ һәм камиллыҡты, күк– тоғролоҡ һәм тотороҡлоҡто, ҡыҙыл төҫ –көс һәм ҡеүәтте, Ватан өсөн ҡойолған ҡанды сағылдыра.

РФ дәүләт флагын Федераль Конституция законын боҙоп ҡулланған, шулай уҡ РФ дәүләт флагын мыҫҡыл иткән өсөн, РФ закондар йыйылмаһына ярашлы, яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралған.

Хәҙерге триколор милләтебеҙҙең ысын символына әйләнде. ВЦИОМ үткәргән ғилми тикшеренеү беҙҙең граждандарҙың дәүләт символикаһын көнкүрештә ҡулланыу тураһындағы ҡарашы һәр икенсе кешенең Рәсәй флагын көндәлек тормошта ҡулланырға әҙер икәнлеген күр-һәтте. Социологтар асыҡлауынса, триколорҙы өйөнә элеп ҡуйырға йәки ул төшөрөлгән кейем кейергә теләүселәр һаны йыл һайын арта. Дәүләт флагы көндө бөтә ил буйлап байрам саралары үткәрелә.