Былар, дөйөм алғанда, һул ҡул менән уң ҡулына ҡарағанда йышыраҡ тотоноусылар. Яҙыу өсөн ҡулланылған ҡул һул йәки уң ҡуллылыҡтың дөрөҫ күрһәткесе булып тормай. Шулай, күп һулаҡайҙар уң ҡул менән яҙа, ә һул ҡулы менән күпселек башҡа эштәрҙе башҡара (асыҡ миҫал – Чарли Чаплин, ул уң ҡулы менән яҙһа ла, скрипкала һул ҡулы менән уйнаған).
Районда нисә һулаҡай йәшәүе тураһында статистика, әлбиттә, юҡ. Әммә, күптәр, моғайын, үҙҙәрен шундай тип һанай-ҙыр. Һулаҡайҙар уң ҡул менән эшләүселәрҙән айырыламы икән? Был һорауға мәсетлеләр яуап бирҙе.
Ғәлиә Шәрхиева, уҡытыусы:
– Минең улым Азамат – һулаҡай. Башҡа балаларҙан үҙенә бер төрлө айырмалары юҡ. Уның һулаҡай икәнен мин бәләкәй сағында уҡ аңланым. Уйынсыҡтарҙы, телевизорҙың пультын, ҡалаҡты һул ҡулы менән тота тор-ғайны. Киренән өйрәтеп тә торманым.
Ул яҡшы уҡый. Туғыҙынсы класты ике “дүртле” билдәһе менән тамамланы, ҡалғандары тик “бишле”. Үҙ аллы, яуаплы. Өйгә эште һәр ваҡыт үҙе эшләй. Мин уны һирәк тикшерә торғайным. Олимпиадаларҙа, шахмат һәм сатраш буйынса төрлө ярыштарҙа ҡатнаша, еңә һәм бүләкле урындар ала. Бер тапҡыр ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы шыршыһына барҙы. Ул – мауығыусы кеше. Әле футбол менән ҡыҙыҡһына, көн дә кисен майҙансыҡта уйнай. Ҡулын һындырған, тарамыш тартылыу осраҡтары булғайны, шуңа ҡарамаҫтан, спортты ташламаны.
Айдинә Ямалетдинова, уҡыусы:
– Күберәк мин һул ҡул менән яҙам, әммә еңел генә уң ҡулға ла күсә алам. Бының менән ҡыйынлыҡтар юҡ. Китап уҡырға һәм хәрәкәтле уйындар яратам.
Зөләйха Мөхтәрова, тәрбиәсе:
– Минең Розалия ҡыҙым бәләкәй сағынан уҡ һул ҡулы менән эш итә. Уны уң ҡулы менән тотонорға өйрәтергә уйламаным да. Уның барыһы ла яҡшы килеп сыға. Әле өсөнсө класты тамамланы, яҙыуы матур, яҡшы һүрәт төшөрә, ҡул эштәре менән шөғөлләнә, хужалыҡта миңә ярҙам итә. Һул ҡулы менән тотоноуҙан һис ауырлыҡ тоймай.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.