Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
8 Август 2018, 11:46

Мыраубайҙарҙың да байрамы бар

Был дата Халыҡ-ара хайуандарҙы һаҡлау фонды инициативаһы менән үткәрелә. Уның маҡсаты – бесәйҙәрҙе хөрмәтләү генә түгел, ә эйәһеҙ йорт хайуандары мәсьәләһенә иғтибарҙы йәлеп итеү. Бөгөнгө байрам бөтә донъя буйлап мыраубайҙарҙың миллионлаған хужаларын берләштерә.

Бесәйҙәр тураһында хатта фән бар – ул фелинология. Ҡайһы бер илдәрҙә уларға ҡарата айырым бер мөнәсәбәт ҡаралған. Мәҫәлән, Австрияла аҙыҡ-түлек складын һаҡлаған бесәйгә ит һәм һөт рәүешендә ғүмерлек пенсия түләнә, ә Ҡытайҙа улар ҡануниәт кимәлендә һаҡлана. Японияла – бесәйҙәр храмы, ә Германияла, Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта музейы бар. Байрам көндә бесәйҙәрҙе иркәләйҙәр – төрлө затлы ашамлыҡтар һәм уйынсыҡтар бүләк итәләр.

Беҙ бесәй хужаларынан уларҙың тәрбиәләнеүселәренә ҡарата мөнәсәбәттәре менән ҡыҙыҡһындыҡ.


Станислав Горин,

Әләгәҙ ауылынан уҡыусы:

– Минең бесәйем – Вася. Мин уны бик яратам, беҙ уның менән уйнайбыҙ. Уға 15 йәш. Ул ҡаты холоҡло. Үҙ биләмәһе өсөн башҡа бесәйҙәр менән һуғыша. Йыш ҡына еңә. Бер ваҡыт яраланып та ҡайтты, зеленка һөртөргә тура килде. Вася ябай бесәй булһа ла, шундай матур, ҡабарынҡы йөнлө. Беҙ уның менән Өфөләге конкурста ла ҡатнаштыҡ. “Йомшаҡ бесәй” яҙмаһы менән уның фотоһын ебәрҙек. Уны “Йәшлек” гәзитендә баҫтырып сығарҙылар.

Гүзәл Шафиҡова,

Оло Ҡыҙылбай ауылынан пенсионерка:

– Минең бесәйемдең исеме Катя. Ул аҡ төҫтә, ҡолаҡтары эргәһендә һәм арҡаһында өс ҡара тап бар. Бесәйем тыңлаусан, иркә, бер ҡасан да тырнаҡтарын күр-һәтмәй, балалар менән уйнай. Ул исемен таный, саҡырһаң – килә. Тауышы ишетелмәй, эргәгә килә һәм тыныс ҡына ултыра. Бесәй балаһы сағында әхирәтем биргәйне. Биш йыл инде беҙҙең менән йәшәй. Барыһын да аңлай, үҙенең генә урынында йоҡлай. Тик тәбиғи аҙыҡ менән туҡлана. Уны бик үк ашатырға ла кәрәкмәй: сысҡан тота. Эт менән дуҫтар. Дружок менән татыу йәшәй. Ул – яҡшы эт. Бер ваҡыт күрше ҡыҙҙы икенсе эттән яҡланы.


Вәрис Вәлиев,

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан пенсионер:

–Беҙҙең бесәйҙең исеме Пушок. Ул һоро төҫлө, ҡабарынҡы йөнлө. Рәхимле холоҡло, тыңлаусан. Әрләһәң – асыулана. Магазинда уға махсус аҙыҡ алабыҙ. Һөттө, балыҡты бигерәк ярата. Һыуытҡысҡа йәки микроволновкаға килһәң, ул да эргәлә ултыра, көтә. Һуңынан тиҙ генә һауыт-һабаһына йүгерә, ашатҡанды белеп тора. Ялҡау тиһәң, сысҡан тота, күренгән урынға һалып ҡуя. Беҙҙең менән өс йыл йәшәй. Аяҡ эргәһендә йоҡлай. Һыҙлаған урындарҙы дауалай. Беҙ уны яратабыҙ.

Ғәлиә АБДРАФИҠОВА.