Мәсетле тормошо
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Был көн календарҙа
1 Август 2018, 11:50

Беҙҙән башҡа бер кем дә түгел!

2 август – Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү һәр ваҡыт маҡтаулы булды, шуға күрә күп кенә мәсетлеләр “ҡанатлы гвардияла” хеҙмәт итеп, Ватаны алдындағы бурысын үтәне. Шуларҙың береһе – Оло Ыҡтамаҡ ауылынан 2004-2008 йылдарҙа хеҙмәт иткән Эдуард Мөхөтдинов.

Әле 1-се лицейҙа уҡығанда уҡ Эдуард спорт менән әүҙем шөғөлләнә. Йыш ҡына волейбол һәм еңел атлетика буйынса төрлө спорт ярыштарында ҡатнаша, призлы урындар ала. Ҡулына аттестат алғас та, шул уҡ көҙҙә Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәре сафына алына.

– Тәүҙә диңгеҙ пехотаһына алдылар. Ләкин миңә уңыш йылмайҙы: 40-сы кеше булып Һауа-десант ғәскәрҙәренә эләктем, – тип иҫенә төшөрә ул.

Хәрби уҡыуҙы Омск ҡалаһының 242-се Һауа-десант ғәскәрҙәре уҡыу үҙәгендә үтә. Унда БМД-1 тоҫҡаусы-операторы хәрби һөнәрен үҙләштерә. Алты ай әҙерлек үткәндән һуң, уны һәм иптәштәрен Иваново ҡалаһының 98-се гвардия һауа-десант дивизияһына ебәрәләр. Хеҙмәт итеү осоронда отделение командиры, взвод командиры урынбаҫары була. Запас-ҡа отделение командиры – өлкән сержант званиеһында китә. Хеҙмәтен намыҫлы үтәгәне өсөн полк командованиеһының почет грамотаһы менән бүләкләнә.

Уларҙың ротаһында парашют менән һикереүгә ваҡыт күп бүленә. Ситтән ҡарағанда ул бик матур күренә, әлбиттә, – зәңгәр күк йөҙөндә бихисап аҡ көмбәҙҙәр. Ләкин беҙҙең десантсы ысынында барыһы ла нисек икәнлеген һөйләне. Башта ҡояш ҡыҙыуында егеттәр көн буйына парашюттарын йыя: тағата, тикшерә һәм төрә. Һәр десантсының үҙ парашюты, уның өсөн ул тулыһынса яуап-лы. Бөтә этаптарҙа ла күҙәтеү алып барған контролләүсе хәрби хеҙмәткәрҙәр ҙә була, әлбиттә.

Әгәр һикереүҙәр иртәнгә тәғәйенләнә икән, йоҡоларынан тороу менән барыһы ла парашюттары һәм йыһаздары менән аэродромға йүгерә. Унда йәнә әҙерлек һәм тикшереү уҙғарыла. Десантсылар барыһын да өҫтәренә кейгәс, тулы обмундированиела улар иңгә лә, буйға ла барыһы ла бер тигеҙ булып китә: арттарында парашют, алдарында запас парашют, ә улар аҫтында автомат, десантсы биштәре һәм техник саралар. Шунан самолетҡа ултыралар, әгәр уҡыуҙар масштаблы булһа, ул оҙаҡҡа һуҙыла. Ниһайәт, һикереүҙәрҙең үҙе башлана.

– Һауа-десант ғәскәрҙәре – ул, һис шикһеҙ, Рәсәй Ҡораллы Көстәренең элитаһы, тап ошо төр ғәскәргә эләгеүем менән мин ғорурмын. Бөтә хеҙмәт итеү дәүерендә мин 56 тапҡыр парашют менән һикерҙем, шуларҙың өсәүһе – төндә. Беренсе тапҡыр һикергән ваҡытта бер ни ҙә аңламаным әле. 2-се һәм ҡалғандарында инде адреналин барлыҡҡа килә. Тәүге өс секунд – ул ирекле осош. Парашют асылғандан һуң осоу – бик шәп нәмә, юғарынан урмандарҙы, тауҙарҙы, ауылдарҙы күрәһең, – ти десантсыбыҙ.

Хеҙмәтен тултырғандан алып инде 10 йыл үткән, ләкин ара алыҫлығына һәм ваҡытҡа ҡарамаҫтан, Эдуард хеҙмәттәштәре менән аралашыуын дауам итә. Ҡай саҡ байрамдарҙан тыш осраша ала, ә инде Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөндә – мотлаҡ. Иңгә-иң терәп сафта үтеү, бер-береңде байрам менән ҡотлау һәм һәләк булған десантсылар иҫтәлегенә сәскәләр һалыу – “зәңгәр береттар” өсөн изге эш.

Айгөл ШАРАПОВА.