Фаиз Фәхретдинов 1962 йылда Мәләкәҫ ауылында тыу-ған. Һигеҙенсе класты ауылында тамамлай, шунан ике йыл Әләгәҙ мәктәбендә уҡый. 1980 – 1983 йылдарҙа ул Приморский крайҙың Находка ҡалаһында 2-се рангтағы “Молния” карабында (проект 1241 П) моряк-сик һаҡсыһы булып хеҙмәт итә. Беренсе тапҡыр диңгеҙгә сығыусы моряктар өсөн диңгеҙ һыуын эсә торған йола бар. Шулай итеп улар моряклыҡҡа алына. Диңгеҙ һыуының тәме бөтәһенә лә оҡшамаһа ла, Фаиз һынауҙы үтә. Сик буйын һаҡлаусы моряктарға йыш ҡына диңгеҙ сиктәрен боҙоусыларҙы тоторға тура килә. Нигеҙҙә, улар япондар була. Уларҙың ҡайһы берҙәренә илебеҙҙең 200 миллек зонаһында балыҡ тоторға рөхсәт бирелә. Әгәр балыҡсының был зонала булырға хоҡуғын раҫлаусы документы булмаһа, ул сик боҙоусы булып иҫәпләнә. Ундай сит ил кешеләрен конвой менән Находка ҡалаһы портына килтерә торған булғандар. Уларға рөхсәт Владивосток ҡалаһында бирелгән.
“Миңә хеҙмәт бик оҡшай ине. Офицерҙар яҡшы булды. 3-сө ранг капитаны Анатолий Комар бик шәп етәксе ине, – ти Фаиз Фәхретдинов. – Мин хәҙер ҙә диңгеҙгә сығыу тураһында хыялланам. Ҡай ваҡыт флотта ҡалмағаныма үкенеп тә ҡуям”.
Хеҙмәт һуңына ул баш карап старшинаһы булып китә. 1-се дәрәжәләге белгес. Диңгеҙҙә команда бер ай ғына йөрөй, һуңынан ике аҙна ярҙа ял итә, яңы рейсҡа әҙерләнә. Шторм ваҡытында диңгеҙҙә хәүефле мәлдәр ҙә була. Яҫы төплө кәмә ныҡ сайҡала, борттың икенсе яғына йығылып төшөү ҡурҡынысы янай. Бер ваҡыт шторм ваҡытында юғалған балыҡсыны эҙләргә тура килә. Фаиз хеҙмәт иткән ваҡытта карапта зыян күреүсе моряктар булмаған. Яҡшы хеҙмәте өсөн ул “Хәрби-диңгез флоты отличнигы”, I һәм II дәрәжә “Сик ғәсҡәрҙәре отличнигы билдәләре менән наградланған, часть командиры 1-се ранг капитаны Максимовтан Почет грамотаһы алған (100-ҙән ашыу сит ил караптарын тикшереп ҡарап сыҡҡан өсөн).
Хәҙер Әләгәҙ ауылында йәшәй, вахта ысулы менән Нижневартовск ҡалаһында водитель булып эшләй. Ҡатыны Светлана менән өс ул үҫтергәндәр. Уларҙың барыһы ла армияла хеҙмәт үткән: Денис моряк, Иршат танкист, Илнур ракетасы булған. Оло улы Денис-ҡа атаһының диңгеҙгә булған һөйөүе тапшырылған – хеҙмәтен тултырғандан һуң, ул флотта ҡалған. Судно төҙөү институтын тамамлаған. Бына 10 йылдан ашыу инде моряк, Петропавловск-Камчатскийҙа өлкән мичман булып эшләй. Бер нисә тапҡыр дуҫтарса сәфәр менән АҠШ-та уҡыуҙарҙа була. Иршат һәм Илнур улдары Оло Ыҡтамаҡ ауылында “ГИП электро” ойошмаһында электриктар булып эшләй.
Йәш быуынға элекке моряк хәрби-диңгеҙ флотына хеҙмәт итергә барырға кәңәш итә. Буласаҡ матростар өсөн һайлап алыу параметрҙары бик ҡаты, әлбиттә. Карапта хеҙмәт итеү өсөн кандидаттың һаулығы уғата ла яҡшы булырға тейеш. Хәрби-диңгеҙ флотына бөтәһе лә эләгә һәм ундағы шарттарға түҙә алмай. Әммә, карап хеҙмәтенең һәм асыҡ диңгеҙҙә булыуҙың бөтөн ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, ғүмерлеккә онотолмаҫ тәьҫораттар һәм хис-тойғолар ҡаласаҡ.