Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Пар ҡанатлы булыуға ни етә?!

8 июль–Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө Әжекәй ауылынан Рәфизә һәм Фидаил Ғәтиәтуллиндар – сәстәрен сәскә бәйләгән көндән алып матур донъя көтөп, пар күгәрсендәрҙәй гөрләшеп, берҙәмлектә, татыулыҡта ғүмер кисереүсе, үҙ көстәре һәм тырышлыҡтары менән етеш тормошҡа ирешкән, балаларын йәмғиәттең лайыҡлы граждандары итеп тәрбиәләгән һоҡланғыс ғаиләләрҙең береһе. Улар 7 июлдә рубин туйҙарын билдәләй.

Ирле-ҡатынлы Ғәтиәтуллиндар – районда билдәле уҡытыусылар. Улар-ҙың дөйөм педагогик стажы 77 йыл тәшкил итә. Бөтәһе лә ихтирам иткән был пар күп йылдар дауамында үҙҙәренең тырыш хеҙмәте менән киләсәк быуынды тәрбиәләүгә һәм белем биреүгә ҙур өлөш индергән.

–Бөрө педагогия институтын тамамлағас, тыуған ауылым Әләгәҙҙә ҡалырға мөмкинселегем бар ине. Ләкин әсәйем: “Һине бында барыһы ла белә, балалар тыңламаҫ ул,” – тине. Шуға күрә Әжекәй ауылы мәктәбен һайланым. Ошонда үҙемдең буласаҡ тормош иптәшем – Магнитогорск пед- институтының художество графикаһы факультеты студенты менән таныштым,– тип хәтерләй Рәфизә Зөфәр ҡыҙы.

Ул 2009 йылда Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы тип таныла һәм 100 мең һум аҡсалата дәртләндереү ала, РФ-ның һәм БР-ҙың Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән, БР-ҙың мәғариф алдынғыһы булып тора.

Фидаил Абдулла улы рәсем, һыҙым һәм технология уҡытыусыһы булып эшләгән. Ул үҙенең уҡыусылары менән төрлө конкурстарҙа, шул иҫәптән биҙәү-ҡулланма сәнғәте буйынса Япония һәм Германиялағы халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Ул шулай уҡ БР-ҙың мәғариф алдынғыһы исеменә лайыҡ.

Был татыу ғаилә биш бала тәрбиәләп, оло тормош юлына баҫтыра. Хәҙер улар һигеҙ ейән-ейәнсәрҙәрен ҡараша. Оло улдары Илшат үҙенең ғаиләһе менән Иглин районында йәшәй. Ул үҙ эшен асҡан – магазины бар. Рәшит – “Ҡарағай” шифаханаһында дөйөм мәсьәләләр буйынса директор урынбаҫары, район Советы депутаты. Лариса – Төмән өлкәһендә табип.

Туғандары бәләгә тарығас, Ғәтиәтуллиндар уларҙың балаларын опекаға ала. Бөгөн Родион авиация колледжын тамамлап, Яҡутияла эшләп йөрөй, Алина – Красноуфимск медицина колледжының III курс студенты.

Ғәтиәтуллиндар етеш донъя көтә, һәр кемгә алсаҡ, асыҡ йөҙлөләр. Ижади ҡарашлы ғаилә башлығының үҙ оҫтаханаһы бар. Ул заказдар буйынса умарта, бал ҡорто өсөн рамдар, ишектәр, тәҙрәләр, ҡымыҙ өсөн мискәләр һәм башҡа әйберҙәр эшләй. Шулай уҡ ҡортсолоҡ менән шөғөлләнәләр, ҙур хужалыҡ тоталар.

Ә йәйен уларҙың ҙур, яҡты өйҙәре балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, яҡындарының шат ауаздарына күмелә.

Айгөл ШАРАПОВА.