Бөтә яңылыҡтар

Эх, балығы ла балығы!

8 июль – Балыҡсы көнө Мауығыу күп кешеләрҙә бар. Кемдер сәскәләр үҫтерә, кемдер йорт хайуандарын үрсетә. Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Александр Сарапулов балыҡ тотоу менән мауыға. Беҙ уның менән ошо хаҡта һөйләштек

–Балыҡ тотоу менән бала саҡтан уҡ мауыға башланым,– тип һөйләй Александар Сарапулов. – Ул ваҡытта ҡармаҡтарҙың, балыҡ тотоу ҡоралдарының хәҙерге кеүек бай төрлөлөгө һатыуҙа юҡ ине. Барыһын да ҡул аҫтындағы материалдарҙан эшләнек. Балыҡ ҡурып, ғаиләне туйҙырыу өсөн әсәй беҙҙе йыш ҡына йылға буйына ебәрә торғайны. Өлкәндәр эре балыҡ тота. Беҙҙең дә, уларға ҡарап, берәй нәмә тотҡо килә ине.

Ваҡыт үтеү менән балыҡ тотоуға ҡомарлыҡ һәм ҡыҙыҡһыныу арта барҙы. Мин уға улымды ла өйрәттем. 3-4 йәшенән үҙем менән алдым һәм хәҙер ул ҡомарлы балыҡсы.

Үҙемдең техникала райондың һәм Ҡариҙелдең төрлө һыу ятҡылыҡтарына йөрөйөм. Йәйен дә, ажау ҙа, ҡорман да эләгә–та- бышһыҙ тороп ҡалмайһың. Минең өсөн бөтә балыҡ та бер төрлө, барыһын да тоторға яратам. Әлбиттә, эре балыҡты һөйрәп сығарыу күберәк рәхәтлек килтерә, ләкин нимә–ваҡ-төйәкме йәки эре балыҡмы сирткәнен белеп булмай. Яңыраҡ ҡына егерме килограмм ауырлығындағы йәйен тоттом. Рекордлы экземплярҙар күберәк тә булыр ине, ләкин йыш ҡына ҡармаҡ ебе өҙөлә, һәм эре балыҡ ысҡындымы йәки ваҡ-төйәк ҡармаҡты лапыға эләктерҙеме икәнлеген аңламайһың.

Балыҡ тотоу минең өсөн мауығыу ҙа, ял итеү ҙә. Япа-яңғыҙ тәбиғәттә утырыуы күңелле, балыҡ тотоуҙан ҡомарлыҡ тоям. Шулай уҡ балыҡ өйҙәге менюны төрләндереп ебәрә.


Һүрәттә: Александр Сарапулов үҙе тотҡан 20 килограмлыҡ йәйен балығы менән.


Эльвира БАҺАУЕТДИНОВА.