Бөтә яңылыҡтар

Хеҙмәте кешеләргә файҙа килтерә

Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө Бөтә оло кешеләрҙең дә эргәһендә ярҙам итергә әҙер торған яҡын кешеләре юҡ. Бына шул саҡта социаль хеҙмәткәрҙәр – мөһим һәм кәрәкле эш менән шөғөлләнеүселәр килә инде ярҙамға. Һабанаҡ ауылынан Даниса Ямалетдинова ла шулар иҫәбендә.

Ул Мәсетле районының Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәгендә 2002 йылдан бирле эшләй. Бөгөн уның ҡарауында – 15 әбей һәм бабай, улар араһында инвалидтар ҙа, яңғыҙ ҡарттар ҙа бар.

Социаль хеҙмәткәрҙең эш көндәре тығыҙ. Ул опекаға алған кешеләрен туҡланыу продукттары, тәү кәрәк-яраҡ тауарҙар менән тәьмин итә, коммуналь хеҙмәттәренә түләй, поликлиниканан рецептар яҙҙырып ала, дарыухананан дарыуҙар һатып ала, йорт хужалыҡтарында ярҙам итә. Быларҙың барыһы ла байтаҡ көс, түҙемлек талап итә.

Физик ярҙам кеүек үк, ҡарт кешеләргә ихлас, эскерһеҙ аралашыу ҙа кәрәк. Һөйләгәндәрен тыңлау, йыуатыу, йомшаҡ һүҙҙәр менән күңелдәрен күтәреү – былар “социаль хеҙмәттәр” теҙмәһендә юҡ, ләкин тап улар Данисаның тәрбиәһендәгеләр өсөн иң мөһиме булып сыға.

Хеҙмәтенән файҙаланыусылар йылы рәхмәт һүҙҙәре менән телгә ала уны.

– Беҙ социаль хеҙмәткәребеҙҙән уңдыҡ. Ул ғәжәйеп изгелекле, ихлас, ярҙамсыл кеше. Өйгә килеү менән, иң беренсе, һаулығыбыҙҙы һораша. Беҙҙең бөтөн йомоштарыбыҙҙы теүәл үтәй, ярҙам һорап ҡасан ғына мөрәжәғәт итһәк тә, үтенесебеҙҙе кире ҡаҡмай, – ти ирле-ҡатынлы Әминә һәм Рафел Йосоповтар.

– Эш еңел түгел, ләкин минең өсөн иң мөһиме – хеҙмәтем кешеләргә файҙа килтерә. Өлкәндәрҙең ҡараштарында рәхмәттәрен уҡыу – иң ҡиммәтле награда, – ти Даниса.


Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө РФ Президентының 2000 йылдың 27 октябрендәге Указы нигеҙендә 8 июндә билдәләнә. Был көн осраҡлы һайланмаған. Тап 1701 йылдың 8 июнендә Петр I тарафынан дәүләт социаль ярҙам системаһын булдырыуға башланғыс һалыусы “Об определении в домовых Святейшего Патриархата богадельни нищих, больных и престарелых” указы ҡабул ителә. Батша указына ярашлы, “для десяти человек больных – в богадельни должен быть один здоровый, который бы за теми больными ходил и всякое им вспоможение чинил”.


Айгөл ШАРАПОВА.