Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Суд приставтары – балаларға

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәте (ФССП) Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Мәсетле район бүлеге Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан традиция буйынса “Суд приставтары – балаларға” Бөтә Рәсәй мәғлүмәт акцияһында ҡатнаша. Ул 28 майҙан 1 июнгә тиклем Рәсәй ФССП-һының бер үк ваҡытта барлыҡ территориаль органдарында үтә.

Был сара балалар хоҡуҡтарының боҙолоуына йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеүгә, әсәлек һәм балалыҡ мәнфәғәттәрен тәьмин итеүгә, алимент түләүҙәрен түләтеү һөҙөмтәлелеген күтәреүгә йүнәлтелгән, шулай уҡ етем балаларға һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларға ярҙам итеү өсөн ойошторолған.

Алименттар буйынса бурыстарҙы түләтеү эше – уның юғары социаль әһәмиәттә булыуы менән бәйле, һәр ваҡыт суд приставтарының айырым контролендә. Мәҫәлән, ошо йылдың 4 айында судтар РФ КоАП-ының 5.35.1-се статьяһы буйынса район суд приставтары тарафынан төҙөлгән 14 административ протоколды тикшерҙе. Һөҙөмтәлә алименттар буйынса бөтә бурыслылар ҙа мәжбүри эштәргә ебәрелде. Шул рәүешле ғинуар-апрелдә алимент түләүҙәре буйынса 3 миллион 390 мең һум самаһы бурыс түләтелде.

Акцияға ярашлы тотош саралар комплексы: түңәрәк өҫтәлдәр, алименттар буйынса бурыстар түләтеү мәсьәләләренә ҡағылышлы сығыштар, алимент түләүҙән тайпылыусы бурыслылар адрестары буйынса (түләмәүселәргә уларҙың ата-әсәлек бурыстары тураһында иҫтәренә төшөрөү һәм бурыстарын бөтөрөүгә теләк уятыу), шул иҫәптән бурыслыларҙы админис-тратив яуаплылыҡҡа тарттырыу буйынса киң масштаблы рейдтар уҙғарылды.

Шулай уҡ был ваҡытта әлеге категориялағы үтәтеү документтары булған ойошмалар бухгалтериялары өҫтәмә рәүештә тикшереләсәк. Суд приставтары бурыслыларҙың эш хаҡтарынан үтәтеү ҡағыҙҙары буйынса айлыҡ түләүҙәрҙе тотоп ҡалыу тулылығын һәм аҡса средстволарының түләтеүселәргә ваҡытында күсерелеүен тикшерҙе. Унан тыш, алименттар буйынса бурыслыларға ҡарата мәжбүри үтәтеү сараларын ҡулланыуҙы көсәйтеү өсөн бурыслыларҙың мөлкәттәренән файҙаланыуға тыйыу-ҙар, бурыслының РФ-тан сығыуына ваҡытлыса сикләүҙәр, автотранспорт сараһы менән идара итеүгә сикләүҙәр, эшләмәгән граждандарҙы иҫәпкә ҡуйыу һәм артабан эшкә урынлаштырыу өсөн Мәшғүллек үҙәктәренә ебәреү, алимент түләүҙән баш тартыусыларҙы административ һәм енәйәт яуаплылығына тарттырыу инә.

Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Мәсетле районы бүлеге.