Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Тәмәке тартыу тураһында факттар

31 май – бөтөн донъя тәмәкенән баш тартыу көнө Тәмәке төтөнө составына нимәләр инә? -Тәмәке ыҫмалаһы -Никотин-Ағыулы газ

Тәмәке ыҫмалаһы – тәмәке төтөнөнән матдә концентраты. Унда 4 меңдән ашыу химик элементтар, шулар араһынан 40-тан күберәге канцероген, шулай уҡ ҡуҙғытҡыс, мутация тыуҙыра, юғары ағыулай торған үҙенсәлекле матдәләр бар.

Канцероген ( латин теленән cancer – рак, грек теленән – тыуҙырам) – яман шеш ауырыуҙарын барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ иткән агенттар (матдәләр, нурланыш һ.б.)

Никотин кеше организмына нисек йоғонто яһай?

1. Һәр бер тәмәке тартыу-сының никотинға бәйләнгәнлек барлыҡҡа килә. Никотин бәйләнгәнлеккә эләккән кешегә сағыштырмаса ғәҙәти йәшәү эшмәкәрлегенә ҡайтыу өсөн кәрәккән наркотик кеүек тәьҫир итә.

2. Никотин ҡан тамырҙарының киҫкен ҡыҫылыуына һәм органдарҙы ҡан менән тәьмин итеүҙең насарланыуына килтерә.

3. Никотин ҡан тамырҙары атеросклерозы процесының тиҙ көсәйеүенә булышлыҡ итә. Тәү сиратта баш мейеһенең һәм йөрәктең ҡан тамырҙары зарарлана. Был инсультҡа йәки инфарктҡа килтерә.

Тәмәкенән баш тартыу буйынса ярҙамды, 8-800-200-0-200 һандарын йыйып,Бөтә Рәсәй ҡыҙыу линияһынан (бушлай) алырға мөмкин.

Тәмәке тартыусы янындағы һауаны һулауы ла зарарлы. 2013 йылдың 23 февраленән “Тәмәке төтөнөнөң йоғонтоһонан һәм тәмәке ҡулланыу эҙемтәһенән граждандарҙы һаҡлау “ 15 ФЗ һанлы Федераль законға ярашлы, 2014 йылдың 1 июненән йәмәғәт, эш урындарында, транспортта, йәмәғәт туҡланыуы биналарында тәмәке тартыу тыйыла.

Тәмәке тартһалар ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

1. Участковыйға

2. Полицияға

3. Роспотребнадзорға

4. Росздравнадзорға

5. Госпожнадзорға

6. Йәки хоҡуҡ боҙоуҙың фотоһын һәм ҡыҫҡаса тасуирламаһын “Здесь не курят” бушлай мобиль ҡушымта аша ебәрегеҙ (Android, iOS). Ҡушымта үҙе һеҙҙең ялыуҙы кәрәккән инстанцияға ебәрәсәк. Ай барышында тейешле хеҙмәт һеҙҙең мөрәжәғәткә яуап ебәрәсәк.

Ф. Закирова,

үҙәк район дауаханаһының медицина профилактикаһы табибы.