Бөтә яңылыҡтар

Улар – Ватан һәм ғаилә терәге

Сик һаҡсылары көнөн Ватаныбыҙ сиге һағында торған кешеләрҙең барыһы ла билдәләй. Был көндө Иҫке Мишәр ауылынан бер туған Мөхәмәтнур һәм Айҙар Камаловтар ҡотлауҙар ҡабул итә.


Айҙар Камалов. Мөхәмәтнур Камалов.


Шулай килеп сыға, уларҙың икеһе лә Афғанстанда сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Хеҙмәттәрен Мәсетле егеттәренең намыҫына тап төшөрмәй, лайыҡлы үткәндәр. Бөтә кеше лә сик һаҡсыһы була алмай. Рухтары һәм тәндәре ныҡтар ғына сик буйы ғәскәрҙәренә алына.

Армия мәктәбе ағалы-ҡустылыларҙан үҙҙәрен генә түгел, ә яҡындарын һәм тыуған ерҙәрен һаҡлай белгән ысын ирҙәр яһай. Бөгөн улар халыҡ мәнфәғәтендә эшләй: Мөхәмәтнур төньяҡ-көнсығыш буйынса “Россельхозбанк”та, ә Айҙар Мәсетле районы буйынса эске эштәр бүлегендә участка уполномоченныйы булып. Улар – ғаиләләренең ышаныслы терәге. Икеһе лә сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара, ауыл һәм район һабантуйҙарында көрәш буйынса алдынғылыҡты бирмәнеләр.

Ҡәҙерлеләребеҙ Айҙар һәм Мөхәмәтнур! Был хаҡлы рәүештә һеҙҙең байрам, сөнки һеҙ Ватан һағында торғанһығыҙ, илдә тыныслыҡ һәм тынлыҡ булыуында һеҙҙең дә өлөшөгөҙ бар. Ғаиләләрегеҙҙә мөхәббәт һәм үҙ-ара аңлашыусанлыҡ булһын. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға һаулыҡ теләйбеҙ.

Камаловтар, Мөҡсиновтар һәм Зәйнетдиновтар ғаиләләре.